Йәмғиәт
8 Февраль 2021, 12:00

Ринат Ғәлимовҡа - Салауат Юлаев ордены

Ведомство етәксеһе 65 йәшлек юбилейын билдәләй.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күңелле ваҡиға менән башланы. Ул Башҡортостан Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимовты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Юғары награда уға күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн һәм 65 йәше тулыу уңайынан тапшырылды.
– Ринат Сәхи улы Хөкүмәт системаһында 2001 йылдан алып хеҙмәт итә. Ошо йылдар дауамында ведомствоның өҙөклөкһөҙ һәм сифатлы эшмәкәрлеген тәьмин иткәнегеҙ өсөн рәхмәт! - тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас