Урманлы төбәктең – үҙ ҡанундары. Хәүеф-хәтәре лә етерлек. Былтырғы көҙҙә үҙем менән булған бер хәл тураһында һөйләмәксемен.
Шул осорҙа гел төшөм боларыбыраҡ тора ине. Атайым мәрхүм нимәнелер иҫкәрткән, нимәнәндер ҡурсалаған һымаҡ төшкә инә... Ул һәр ваҡыт шулай төшөмдә иҫкәртә, шөкөр.
Эштәрем менән оҙаҡлап китеп, район үҙәге Иҫке Собханғолдан ҡайта алмай һуңға ҡалғас, төнгө сәғәт 3-тәге “Иҫке Собханғол – Өфө” йүнәлешендәге микроавтобус менән ҡайтырға булдым. Таң менән эшкә. Өтөкмөн. Ҡайтып етергә икән – етергә!
Автобус водителенә “ауылға боролоп инеп, ҡалдырып китегеҙ инде” тиһәм дә, тыңламаны. Алыҫ ара ла түгел, машина менән “һә” тигәнсә үтерлек юл. Аҡсаһын да түләр инем. “Ауылдарға инеп йөрөмәйем”, –тип ҡырт киҫте.
Ниһайәт, ҡап-ҡараңғы төндә ауылым Мәһәҙейгә табан боролошта төшөп ҡалдым. Телефонымдың фонары алай ҙа яҡты яна. Автобус тауға күтәрелеп, күҙҙән юғалып та өлгөрмәне, эргәлә генә урманда бүреләр олой башланы. Дөм-ҡараңғы. Йөрәгем ярылыр кеүек. Бер мәл алыҫта, бүреләрҙән дә яман итеп, ауылымдың эттәре өрә башланы. Улар мине ҡотҡарырға, ярҙам итергә теләй, тип ҡабул иттем быны.
Ҡурҡыныс... Йүгереп ҡарайым. Бүреләр минең арттан ҡалмай. Аяҡтарым тыңламаған кеүек, саҡ-саҡ киләм. Ауылдың тәүге өйө – Рима һәм Юлай ағай Мөхәмәтйәновтарҙың йорто эргәһенә килеп еткәнмен икән. Бүреләр һаман олой, арттан ҡалмай, ә ауыл эттәре тирә-яҡтан абалай. Шулай көс-хәл менән ауыл уртаһына килеп еттем. Бында әҙерәк яҡты. Шунда ғына нисек ныҡ ҡурҡыуымды, ниндәй ҙур ҡазанан ҡотолоуымды аңланым. Төндә кешене борсомайым тип, туғандарҙан бер кемгә лә ҡаршы сығып алырға әйтмәгәйнем шул.
Эттәр ҡотҡарҙы мине был бәләнән. Әгәр улар күтәрелмәһә, абаламаһа, белмәйем, ҡотолоп булмаҫ ине. Рәхмәтлемен уларға! Аллаға шөкөр, имен-һаумын.
Бүре менән бала саҡта ла осрашырға тура килгәйне. Кәртәбеҙ аръяғындағы йылғаға һыуға барғайным. Көн кисләгәйне. Шунда миңә сатан бүре тап булғайны. Ул эргәмдән генә үтеп, тыҡрыҡ аша йылға аръяғына сығып китте. Ошо күренеш тә һаман күҙ алдымда тора. Ул бүре минең көйәнтәмдән ҡурҡты.
Атайым ғүмере буйы һунарсы булды, аҙағыраҡ теге сатан бүрене алды. Элекке бүреләр нисектер йомшағыраҡ холоҡло булды, кешеләргә артыҡ зыян килтереп барманы. Ә хәҙер кешеләр ҙә, бүреләр ҙә, йәшәйеш тә үҙгәрә. Беҙ “урман санитары” тип атаған йыртҡыстар агрессив, үтә хәүефле, ҡурҡыныс була бара. Уларҙың һаны ла ныҡ күбәйгән. Төндә яңғыҙ-ярым юлға сыҡмағыҙ, һаҡ булығыҙ! Именлектә, һаулыҡта йәшәйек!