Йәмғиәт
8 Февраль 2021, 20:15

"Тыуған яғыбыҙҙы яратыуығыҙ өсөн рәхмәт!"

Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтовты күркәм байрамы менән ҡотлап, изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов белем усаҡтарында йыш була. Күптән түгел ул урындағы Ҡарман урта мәктәбе коллективы һәм уҡыусылар менән осрашты.
Был көндә мәғариф учреждениеһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.Н. Байрамова балалар өсөн “Минең тыуған яғым” тигән интерактив уйын ойошторҙо. Илшат Әғзәм улы мәктәп уҡыусыларына тыуған яғын яратыуҙары, уның тураһында тәрәнерәк белергә ынтылыуҙары, ҙур ҡыҙыҡһыныу белдереүҙәре өсөн рәхмәт әйтте.
Әйткәндәй, бөгөн Илшат Вәзиғәтовтың тыуған көнө айҡанлы уға ихлас ҡотлауҙар, йылы теләктәр килеүен дауам итә. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы ла район етәксеһен күркәм байрамы менән тәбрикләй, һәр йәһәттән дә уңыштар теләй.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.
Читайте нас