Йәмғиәт
10 Февраль 2021, 12:45

Ҡарттар йорттарын контролгә алырға!

Бөгөн ҡарттар йорттарын “күләгә”нән сығарыу һәм был төр бизнесты контролгә алыу, ошо эшмәкәрлекте лицензиялау мәсьәләһе киҫкен тора

– Бөгөн ҡарттар йорттарын “күләгә”нән сығарыу һәм был төр бизнесты контролгә алыу, ошо эшмәкәрлекте лицензиялау мәсьәләһе киҫкен тора, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Ул бөгөн шул мәсьәләгә арналған эш кәңәшмәһе уҙғарҙы. Сарала Стратегик башланғыстар агентлығының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү буйынса тәҡдимдәре ҡаралды.
Ленара Иванова әйтеүенсә, быға саҡлы республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәсәйҙең Закон сығарыусылар советына тәүлек әйләнәһенә эшләгән ҡарттар йорттарын мотлаҡ лицензиялау тураһындағы федераль закон проектын ебәргән, ләкин ул яҡлау тапмаған. Шулай булһа ла, был мәсьәлә йәмәғәтселектә әүҙем тикшерелә, төбәк һәм федераль кимәлдә лә уны өйрәнәләр. Эшҡыуарлыҡ вәкилдәре лә үҙ ҡарашын белдерҙе. Шәхси балалар баҡсалары селтәрен ойошторған Надежда Тобуляева менән Наилә Шафиҡова, мәҫәлән, ҡыҙыҡһыныу барлығын һәм был өлкәгә рәсми килеү мөмкинлеген ҡарарға теләүҙәрен әйтте. Бындай осраҡта, әлбиттә, эшҡыуарҙар дәүләттән субсидия алыу мөмкинлегенә лә эйә буласаҡ. Әммә социаль эшҡыуарҙарға банктан кредит алыу проблема булып тора икән. Быйыл социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам маҡсатында республикаға федераль ҡаҙнанан 130 миллион һум аҡса киләсәк. Кәңәшмәлә эшҡыуарҙар биналарҙы ҡуртымға биләүҙә, шулай уҡ уларҙы һатып алыуҙа билдәле преференцияларға эйә булырға теләүҙәрен белдерҙе. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендәге эшҡыуарҙарҙы теркәп бара, әле был реестрҙа 204 ойошма бар.
Фото: pravitelstvorb.ru.
Читайте нас