Йәмғиәт
10 Февраль 2021, 09:32

Беҙҙекеләрҙе күрегеҙ!

Башҡортостан – элек-электән үҙенең дипломаттары менән дан тотҡан төбәк. Арҙаҡлы Кәрим Хәкимов ҡына ни тора! Бөгөн дә сит илдәрҙә уңышлы эшләп йөрөгән белгестәребеҙ байтаҡ. Уларҙың береһе – Динар Әхмәтғәлиев.

Башҡортостан – элек-электән үҙенең дипломаттары менән дан тотҡан төбәк. Арҙаҡлы Кәрим Хәкимов ҡына ни тора! Бөгөн дә сит илдәрҙә уңышлы эшләп йөрөгән белгестәребеҙ байтаҡ. Уларҙың береһе – Динар Әхмәтғәлиев.


Нефтекама ҡалаһында тыуып үҫкән егет Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем ала. Бәләкәйҙән телдәр өйрәнеү менән ҡыҙыҡһынған кеше булараҡ, ул сит телдәр факультетын һайлай һәм уны бик уңышлы тамамлай. Туған теленән тыш инглизсә һәм немецса иркен һөйләшә.


Дипломат карьераһын ул саҡтағы Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығының протоколдар һәм тәржемә хеҙмәтендә башлай. Шул саҡта уҡ күп тапҡырҙар белемен камиллаштырып тора. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһында уҡый.


Дипломатик хеҙмәтте 2010 йылда Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллегендә башлай. 2011–2015 йылдарҙа Рәсәйҙең Германиялағы илселегендә эшләй. Ә 2018 йылдан алып бөгөнгә тиклем Майндағы Франкфурт ҡалаһында Генераль консуллыҡта вице-консул булып хеҙмәт итә.


Аралар йыраҡ булһа ла, уның менән интернет аша бәйләнешкә инеп, эшенең асылы тураһында бер нисә һорау бирә алдыҡ.


Динар Әхмәтғәлиев белдереүенсә, эшмәкәрлектәре консулдар уставы, СССР менән Германия Федератив Республикаһы дәүләттәре араһындағы консул килешеүе һәм консул килешеүе буйынса Вена конвенцияһы сиктәрендә алып барыла. Кешеләр уларға пенсия тәьминәте, нотариат, гражданлыҡ, виза алыу, сит ил паспортын эшләү кеүек мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итә.


Ләкин вице-консул үҙе өсөн иң мөһим бурыс тип Икенсе бөтә донъя һуғышы тураһындағы тарихи хәтерҙе һаҡлауҙы, сит яҡта тарихты үҙгәртеп яҙырға маташыуға юл ҡуймауҙы билдәләй.


– Былтыр беҙгә үтә мөһим һәм почетлы бурыс йөкмәтелде. Консуллыҡ округында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм блокадалағы Ленинградта булған кешеләргә, бәләкәй йәштәге гетто һәм концлагерь тотҡондарына Ленинградты блокаданан азат итеүгә һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған юбилей миҙалдары тапшырҙыҡ. Әйткәндәй, беҙҙең округта ошо категорияға ҡараған 200-ҙән ашыу кеше йәшәй, – тине ул.


Генераль консул ҡушыуы буйынса, Динар Әхмәтғәлиев йыл һайын 9 майҙа Бөйөк Еңеү көнөнә арналған сараларҙа ҡатнаша.


Ә былтыр коронавирус пандемияһы арҡаһында эштәре тағы ла арта. Тап Майндағы Франкфурт ҡалаһы аэропорты аша Германияла ҡалған кешеләрҙе тыуған яҡтарына ҡайтарыу өсөн махсус рейстар ойошторола. Яҡташыбыҙ Башҡортостандың Германияла ойошторолған сараларында ла ихлас ҡатнаша.


– Әлеге ваҡытта көндәлек эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Бер яҡтан, ул артыҡ күҙгә күренмәгән дә кеүек. Икенсе яҡтан, әгәр уны башҡармаһаҡ, эшмәкәрлегебеҙҙең ватандаштарыбыҙ өсөн үтә мөһим һәм кәрәкле икәнлеге күренә. Быны 2020 йылдың яҙында, пандемия башланған саҡта консул хеҙмәттәрен ваҡытлыса туҡтатып тороу мәле аныҡ күрһәтте, – ти ул.
Читайте нас