Ишембайҙа район дауаханаһында эшләгән ир эш урынында һәләк булған. Дәүләт хеҙмәт идаралығы хәбәр итеүенсә, ул унда штукатур-маляр булып хеҙмәт иткән.
Ул хәүефле көндө эшселәр бригадаһы дауахана биләмәһендә ағастарҙы ҡырҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәгәндәрҙер инде, һөҙөмтәлә ҡырҡылған ағастарҙың береһе 54 йәшлек ир өҫтөнә ауған. Табиптар уның ғүмере өсөн көрәшһә лә, уны ҡотҡарып ҡала алмғандар – алған яралары бик ауыр булған шул уның.
Был бәхетһеҙ осраҡты әле Дәүләт хеҙмәт идаралығы тикшереүгә алған. Шулай итеп, иртән эшкә тип сығып киткән ирҙең ғүмере бик аяныслы тамамланған.
Фото интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.