Архангел районы тәбиғәттең иң матур урынында урынлашҡан. Районда таҙа һыулы йылғалар, йәй миҙгелендә шау сәскәләргә күмелгән киң болондар, тар тарлауыҡтар, текә ҡаялар, сәскә атҡан осорҙа хуш еҫ бөркөп торған йүкә урмандары район тәбиғәтен уникаль итә. Арх-Латыш ауыл биләмәһенә ҡараған ерҙә, тәбиғәттең ожмахҡа тиң урынында урынлашҡан да инде “Эко-Хани” “ханлығы”, йәғни Мусиндарҙың умарталығы.
“Эко”, инглиз теленән тәржемә иткәндә, экологик яҡтан таҙа, “Хани” бал тигәнде аңлата. Нисәмә быуын ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән Мусиндар үҙ умарталыҡтарына юҡҡа ғына был исемде һайламаған. Уларҙың умарталығы ауыл хужалығы ерҙәренән 20 километр алыҫлыҡта экологик яҡтан таҙа, саф урында, урман буйында урынлашҡан, йәғни уларҙың ҡорттары пестицидтар, башҡа химик ағыуҙар йоғонтоһонан азат тигән һүҙ.
Унан килеп Мусиндар үҙҙәренең балын даими рәүештә Германиялағы лабораторияла тикшертеп тора һәм һөҙөмтәләрен “Эко-Хани” умарталығының
www.eco-honey.com сайтында яҡтырта бара. Ирле-ҡатынлы Йәмилә менән Әмир Мусиндар билдәләүенсә, Германия лабораторияһы белгестәре башҡорт балының сифатын юғары баһалай һәм, бал составында Башҡортостан Республикаһында үҫкән 33 төр үҫемлектең һеркәһе булыуын билдәләп, балды уникаль тип атай.
Эйе, бал биреүсе үҫемлектәрҙең күп төрлөлөгө менән дан тота ла инде Архангел районы тәбиғәте. Ә Мусиндарҙың умарталығы Көньяҡ Уралдағы уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән, боҙ сталактиттары менән дан тотҡан Аҫҡын мәмерйәһенән ни бары өс километр алыҫлыҡта ғына урынлашҡан.
Тауҙың көньяҡ өлөшөнән таҙа һыулы Аҫҡын йылғаһы инеш ала һәм был да сифатлы бал етештереүгә булышлыҡ итмәй ҡалмай. Был тирәлә йөҙйәшәр имәндәр менән бер рәттән бал биреүсе йүкә һәм саған ағастары, башҡа бик күп төрлө сәскәләр үҫеүе бал ҡорттарына һайланып ҡына һитә йыйырға мөмкинлек бирә. Мусиндарҙың умарталығында урта рус тоҡомло бал ҡорттары үрсетелә. Уларҙың умарталығында етештерелгән продукцияның даны алыҫтарға таралған. Мәҫәлән, XXIX халыҡ-ара “Агрокомплекс” күргәҙмәһендә уларҙың балы сифаты буйынса Алтын миҙалға лайыҡ була.
Илебеҙҙә уҙғарылған төрлө күргәҙмәләрҙә генә ҡатнашып ҡалмай улар, 2019 йылда Канаданың Монреаль ҡалаһында үткән умартасыларҙың 46-сы Апимондия конгресында Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында ҡатнашалар. Донъяның 134 иленән иң көслө тип иҫәпләнгән 5500 умартасы ҡатнашлығындағы конгреста ил данын яҡлауҙары үҙе бер мәртәбә булып тора. Тимәк, республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығы Мусиндарҙың эшмәкәрлегенә ышана тигән һүҙ.
Йәмилә һәм Әмир Мусиндар умартасылыҡ менән үҙҙәре генә шөғөлләнеп ҡалмай, улдарын да ошо үҙенсәлекле тармаҡҡа ылыҡтырған һәм быныһы үтә лә мөһим. Оло улдары Руслан ата-әсәһенә умарталыҡта ярҙамлаша, ә кесе улдары Эдуард иһә бөгөн Германияның Умартасылыҡ федераль институтында (Landerinstitut fur Bienenkunde Hohen Neuendorf) умартасылыҡты автоматлаштырыу һәм ҡорт үрсетеү технологияһы буйынса аспирантурала уҡып йөрөй. Ул, Германияла белем алып, Башҡортостанға ҡайтып, “Эко-Хани” умарталығында ҡорттарҙы тәбиғи шарттарҙа үрсетеүҙе фәнни нигеҙҙә алып барырға йыйына.
Мусиндар үҙҙәренең ғаилә советында ҙур проектҡа тотонорға ҡарар иткән. Уларҙың “Апитерриум” проекты (латинсанан Бал ҡорто ере) умартасылыҡҡа яңы тотоноусыларға һәм шулай уҡ тәжрибәле умартасыларға ҡорт инәһе сығарыу һәм умартасылыҡ процесын ҡулайлаштырыу йүнәлештәре буйынса фәнни-уҡытыуҙы үҫтереү платформаһына ҡайтып ҡала. Был проект умарталыҡҡа килеүселәрҙе яңы белем эстәргә генә алып килмәйәсәк, ә ундағы уникаль тәбиғәт менән дә танышырға мөмкинлек бирәсәк.
– Немец профессоры Даниэль Мор: ”Яҡты донъяла бал ҡорто – кешенең иң яҡын дуҫы. Тик бал ҡорто ғына беҙҙең барлыҡ ауырыуҙарҙы дауалау мөмкинлегенә эйә”, – тип яҙған. Бал ҡорттары ғына кешене дауаларға тейеш түгел, кешенең иң яҡын дуҫы булғас, беҙ ҙә бал ҡорттары өсөн иң һәйбәт шарттар булдырырға тейешбеҙ. “Апитерриум – Бал ҡорто ере” проекты ошоно маҡсат итеп ҡуя ла инде, – ти Мусиндар.
Уларҙың проектының тағы бер үҙенсәлеге шунда – бал ҡортоноң урындағы популяцияһын, йәғни башҡорт бал ҡортон һаҡлап ҡалыу, ошо тоҡомдо фәнни нигеҙҙә үрсетеү яғында. Урта Азиянан, Кавказдан һәм башҡа төбәктәрҙән Башҡортостанға бал ҡорто индереүҙе туҡтатыу, шулар урынына республикала урындағы тоҡомло ҡорт инәһе һәм күс етештереүҙе яйға һалыу. Шуныһы һөйөнөслө, Архангел районы хакимиәте “Инвестиция сәғәте”ендә был проектты хуплаған һәм бының өсөн ҙур рәхмәтле Мусиндар.
Хәҙер инде республиканың Ауыл хужалығы министрлығының фекерен көтәләр. Улар ҙа хуплаһа, Башҡортостанда үтәсәк Апимондия конгресында ҡатнашыусылар “Бал ҡорто ере”н – “Эко-Хани” “ханлығын” үҙ күҙҙәре менән күрәсәк. Эйе, барлыҡ донъя умартасылары ожмахҡа тиң Архангел ерен күрмәй ҡайтмаҫ, тип ышанғы килә.