Йәмғиәт
10 Февраль 2021, 07:00

Мулланың машинаһына төшкәндәр

Бурҙар ҙур табышҡа өмөт иткәндер, күрәһең.

Йома намаҙына тип мәсеткә килгән дин әһеленең автомобиленә төшкәндәр. Был күңелһеҙ хәл үткән йома Туҡай урамындағы мәсет алдында була. Үҙенең “Хендай Солярис” машинаһын юл ситендә ҡалдырып, мулла мәсеткә инеп китә, кискеһен сыҡҡанда аптырауының сиге булмай, машина ишектәре асылған, сумкаһы юҡ.
Бурҙар ҙур табышҡа өмөт иткәндер, күрәһең. Әммә зыян күреүсе әйтеүенсә, сумкала тик документтар ғына ятҡан була. Ҡараҡтарҙың эҙенә төшөү өсөн, уға полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай.
“Кп-Өфө” порталы билдәләүенсә, енәйәт урынынан тикшереү өсөн кәрәкле материалдар алынған һәм “Граждандың мөһим документтарын һәм паспортты урлау” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: pixaby.com.
Читайте нас