Йәмғиәт
10 Февраль 2021, 09:30

“Рухиәткә иғтибар көслө”, – ти Марат Йосопов

"Мөҡәддәс бурыстарҙың береһе – халыҡҡа эш урындары булдырыу"

Районда эшҡыуарлыҡты ойоштороу һәм алып барыу өсөн һәр яҡлап та шартттарҙың булыуын сираттағы осрашыуҙа Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов һөйләне. Марат Азамат улының һүҙҙәренә ҡарағанда, ошо көндәрҙә Мәскәүгә эшлекле сәфәр ҡылғандар, тап бизнесты алға этәреү маҡсатында улар Благовар районының исем туйын Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең бизнес йәмәғәтселегенә күрһәткән.
– Мөҡәддәс бурыстарҙың береһе – халыҡҡа эш урындары булдырыу, – ти Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов. – Шул уҡ ваҡытта рухиәт тә иғтибарҙан һис кенә лә ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, ваҡытлы матбуғаттың көсө ныҡ ҙур, был тәңгәлдә “Башҡортостан” республика гәзите оператив эш итә.
Тап бөгөн – Марат Йосоповтың тыуған көнө! Марат Азамат улы, “Башҡортостан” республика гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре Һеҙҙе күркәм байрамығыҙ менән ихлас ҡотлай! Тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙҙә тик уңыштар теләй!
Фото: Благовар районы хакимиәте.
Читайте нас