Йәмғиәт
10 Февраль 2021, 09:27

Сит илдә бәләгә тарымаҫ өсөн...

10 февралдә илдә Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Һөнәри байрамдары алдынан беҙ Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Мөхәмәтфәтих улы Ғәлиәкбәров менән осраштыҡ. Һөйләшеү яҡташтарыбыҙ сит илдә бәләгә тарыһа нимә эшләргә, тигән ҡыҙыҡлы мәсьәләгә ҡағылды. Дәүләттән ниндәй ярҙамға өмөт итә ала улар? Ауырлыҡтар тыумаһын өсөн нимә тураһында алдан белеп ҡуйырға кәрәк?

10 февралдә илдә Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Һөнәри байрамдары алдынан беҙ Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Мөхәмәтфәтих улы Ғәлиәкбәров менән осраштыҡ. Һөйләшеү яҡташтарыбыҙ сит илдә бәләгә тарыһа нимә эшләргә, тигән ҡыҙыҡлы мәсьәләгә ҡағылды. Дәүләттән ниндәй ярҙамға өмөт итә ала улар? Ауырлыҡтар тыумаһын өсөн нимә тураһында алдан белеп ҡуйырға кәрәк?


– Һуңғы йылдарҙа, айырыуса пандемияға тиклем яҡташтарыбыҙ күпләп сит илдәргә сыға башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яҡтан алыҫта бәхетһеҙ осраҡтарға тарыуың да ихтимал. Был саҡта нимә эшләргә?

– Сит илдәге граждандарыбыҙ менән булған бәхетһеҙ осраҡтар тураһында етди инциденттар булһа ғына белеп ҡалабыҙ шул. Йә берәү юл-транспорт ваҡи­ғаһына эләгеп ауыр йәрәхәттәр ала һәм кисекмәҫтән ме­дицина ярҙамы талап ителә, йә кемдеңдер хроник сир­ҙәре аҙып китә һәм башҡалар. Ҡыҙғаныс, яҡташ­тарыбыҙҙың ситтә вафат булып ҡалған осраҡтары ла булып тора.


Беҙгә лә был һорауҙарҙы йыш бирәләр: сит илдә саҡ­та беҙҙең граждан медицина учреждениеһына эләкһә, уға нимә эшләргә? Ул һәм туғандары дәүләтебеҙ һәм Рәсәй консуллыҡтарынан ниндәй ярҙамға өмөт итә ала? Сит илдә медицина хеҙмәттәре өсөн түләү ирек­ле страховкалау килешеүе нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Был талаптар федераль ҡануниәттә бил­дә­ләнгән. Тимәк, сит илгә сығыр алдынан бындай осраҡтар ихтималлығы тураһында алдан уйларға һәм медицина страховкаһын юлларға кәрәк. Килешеүҙең бар нес­кәлектәре тураһында страховкалау компанияһы вәкилдәре менән алдан һөйләшегеҙ, сөнки ҡайһы бер осраҡта медицина хеҙмәттәре өсөн түләү һеҙ унда булған саҡта башҡарыла, ә ҡайһы берҙә (ҡағиҙә булараҡ) тик Рәсәйгә ҡайтҡас ҡына сығымдарығыҙҙы ҡаплаясаҡтар.


Әгәр бындай страховкағыҙ юҡ икән, медицина хеҙмәттәре өсөн сығымдарҙы тулыһынса үҙегеҙ ҡапларға тейешһегеҙ. Бында ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙам да инә. Тап ошо сәбәпле йыш ҡына киң матбуғат саралары һәм социаль селтәрҙәрҙә сит илдәге яҡташ­та­рыбыҙҙы дауалау йәки алып ҡайтыу өсөн аҡса йыйыу иғлан иткәндәрен күрергә тура килә. Шуныһын да белеп ҡуйығыҙ, сит илдә барлыҡ клиникалар ҙа тиерлек шәхси ҡулдарҙа һәм уларҙың һәр береһенең үҙ ҡағиҙәһе һәм үҙ хаҡтары бар. Шәхси клиникаларҙа дауаланыуҙың ни тиклем ҡиммәт булыуы тураһында әйтеп тороу артыҡтыр.


– Ә страховка булмаһа? Был осраҡта нимә эшләргә?

– Тимәк, кеше күрәләтә үҙен хәүефкә тарыта. Бар сығымдарҙы ул үҙе йәки туғандары ҡаплаясаҡ. Һәм бындай осраҡтар бик күп.

Шуныһын да белеп ҡуйығыҙ: быйылғы коронавирус пандемияһы хәлгә шулай уҡ йоғонто яһаны. Күп илдәр визаһыҙ инеү рөхсәт иткән килешеүҙәрен ғәмәлдән сығарҙы. Ябай итеп әйткәндә, былтыр марттан башлап, виза талап ителмәгән илдәргә барған саҡта ла, уны алырға кәрәк, хатта был илдәр менән Рәсәй араһында авиабәйләнеш тергеҙелгән осраҡта ла.


– Граждандар сит ил дәүләттәренә бөтөнләй законһыҙ юл менән барып, ғәҙәттән тыш хәлгә тарыһа, уларҙың туғандарына нимә эшләргә?

– Аҡса эшләйем тип сит илгә законһыҙ юл менән сығып киткән кешеләр иртәме, һуңмы, барыбер тотола. Уларҙы миграция хеҙмәттәре асыҡлай, аҙаҡ миграция изоляторҙарына урынлаштыра һәм илдән ҡыуыу мәсьәләһе хәл ителә.

Ә иң ҡурҡынысы, эләккән кеше ҡапыл ғына туғандары менән бәйләнештән юғала, улар хәүефләнә башлай. Ошо саҡта яҡындары беҙгә мөрәжәғәт итә ала. Беҙ мәсьәләне аныҡ илдәге дипломатик вәкиллек йәки ундағы Генераль консуллыҡ аша хәл итәбеҙ. Уның ысынлап ҡулға алынғанмы-юҡмы икәнлеген асыҡлау мөмкинлеге бар, ниндәй закон боҙғанын һәм уға ниндәй яза янауын белешә алабыҙ.


Былтыр ошондай осраҡтар булды: Башҡортостандан яҡташтарыбыҙҙы миграция режимын боҙған өсөн ҡулға алдылар. Шулай уҡ йәмәғәт тәртибен боҙған һәм башҡа енәйәттәр ҡылған кешеләр булды. Был осраҡта беҙ илдең Консуллыҡ уставында яҙылған вәкәләттәр сиктәрендә генә консуллыҡ ярҙамы күрһәтәбеҙ. Шуны аныҡ аңлағыҙ: әгәр һеҙ сит илдә закон боҙаһығыҙ икән, был саҡта эште сит илдең миграция, хоҡуҡ һаҡлау йә тәфтиш органдары ҡараясаҡ. Консуллыҡ хеҙмәткәрҙәре ни бары Рәсәй кешеһенә ҡарата алып барылған процессуаль нормаларҙың дөрөҫ үтәлеүе, урындағы ҡануниәткә һәм халыҡ-ара хоҡуҡ принциптарына тап килеүен күҙәтә ала. Тимәк, улар эшмәкәрлеккә йоғонто яһай алмай. Эш судҡа барып етһә, гражданды тейешле лицензияһы булған адвокаттар ғына яҡлай. Мәғлүмәт йәһәтенән, һәр бер илселек йәки Генераль консуллыҡта русса һөйләшкән кешеләр менән эшләргә әҙер булған адвокаттар исемлеге бар. Беҙ был исемлекте бәләгә тарыусының туғандарына бирәбеҙ.


– Сит илдә тәртип боҙған граждандарҙы нимә көтә?

– Миграция режимын боҙғандарҙы илдән ҡыуалар һәм башҡаса индермәйәсәктәр. Ҡағиҙә булараҡ, биш йылға тиклем. Депортацияланғансы, улар миграция изоляторҙарында ултыра. 2020 йылда коронавирус пандемияһы арҡаһында марттан алып халыҡ-ара авиабәйләнеш сикләнде. Рәсәй кешеләре билдәле алгоритм буйынса тәүҙә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында теркәлеп, махсус рейстар менән ҡайтарылды. Ә миграция изоляторында тотолған яҡташтарыбыҙ өсөн был эш тағы ла ауырыраҡҡа тура килде, уларҙы был рейстар исемлегенә индереү ҡатмарлашты. Былтыр ошо йүнәлештә лә бер нисә ғариза буйынса эшләнек.


– Кешеләр легаль булмаған мигранттар булараҡ сит илдәргә китмәһен өсөн иҫкәртеү саралары бармы?

– Теләһә ниндәй сәбәп буйынса ла сит илдәргә сыҡҡан кешеләр өсөн дөйөм принциптар һәм кәңәштәр бар. Улар Рәсәй Сит илдәр министрлығы тарафынан эшләнгән һәм рәсми сайтта урынлаштырылған. Унда дөйөм ҡағиҙәләр: сит илгә барыр алдынан унда инеү, булыу тәртибен өйрәнергә, кире эҙемтәләргә килтерерлек урындағы закондарҙы һәм йолаларҙы белеп ҡуйырға кәрәк. Шулай уҡ визаһыҙ режимға арналған иҫкәрмәләр эшләнгән. Унда шулай уҡ барлыҡ файҙалы ҡағиҙәләрҙе табырға була.

Үҙебеҙҙең һаулыҡҡа, ғүмергә һәм иреккә яуаплы ҡарарға кәрәк. Закон боҙмай һәм ҡағиҙәләрҙе үтәп, илгә иҫән-имен әйләнеп ҡайтығыҙ тип әйткем килә.


– Файҙалы кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт. Етеп килгән байрамығыҙ менән!
Читайте нас