Оло йәштәге ир үҙенең Toyota Land Cruiser машинаһында юл ситендә туҡтап торған "Лада Калина"ға барып төкөлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул шунда уҡ йән бирә.
Бер сәбәпһеҙ тик торған машинаға бәрелмәҫ кеше, тигән уйҙар ҙа килә. Шуға ла ир руль артында китеп барғанда уҡ аңын юғалтҡандыр, тип күҙаллайҙар. Сөнки уның йөрәк ауырыуы менән терапевта иҫәптә торғанлығы билдәле.
Республикала юлдарҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл фажиғәләре кәмемәй, тәүлек эсендә 12 авария теркәлгән. Унда дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, 10 кеше ҡазаланған.
Һауа торошоноң кинәт үҙгәреп тороуы сәбәпле, юлдарҙа боҙлауыҡ. Шунлыҡтан юлдарҙа йөрөгәндә барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп, тиҙлекте самаһыҙ арттырмайынса йөрөргә, дистанцияны һаҡларға саҡыра ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре.