Йәмғиәт
10 Февраль 2021, 08:40

Ҙур төҙөлөштә ҡатнашҡандар бүләкләнде

Стәрлетамаҡтағы яңы үҙәк өс ҡаланы һәм күрше һигеҙ районды хеҙмәтләндерә.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы клиника-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡандарға дәүләт наградалары тапшырҙы.
– Яңы госпиталь ҡалалағы медицинаны көсәйтеп кенә ҡалманы, ул тотош республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһын яңы кимәлгә күтәрҙе, – тине Андрей Назаров.
Премьер-министр билдәләүенсә, Стәрлетамаҡтағы яңы үҙәк заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Ул өс ҡаланы һәм күрше һигеҙ районды хеҙмәтләндерә. Ә санитария авиацияһы өсөн вертолет майҙансығы ауыр хәлле ауырыуҙарҙы тиҙ арала икенсе ергә ташыу мөмкинлеген бирә.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас