Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Имаева оҙатыуында Липовка ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Шишмә ауылына юлландыҡ. Липовка ауыл биләмәһе башлығы эш буйынса Өфөгә киткән булып сыҡты. Ауыл советы белгесе, Яңы Шишмә ауылы килене Альбина Сәлихова беҙҙең менән барырға ихлас ризалашты. Ул Яңы Шишмә ауылы йәшәйеше менән яҡындан таныштырҙы ла инде.
Яңы Шишмә ауылы ҙур түгел, 66 йортта 161 кеше йәшәй. Башланғыс мәктәп, балалар һаны аҙ булғанлыҡтан, ҡулайлаштырыу йылдарында ябыла, фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫке бер йорттан иҫке мәктәптең ярты яғына күсерелә. Утын яғып йылытылған бина ҡыш көндәрендә түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ була. Ауыл советы депутаты Таһир Рафиҡов, ауылдаштарының мәнфәғәтен ҡайғыртып, булған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләп, төрлө инстанциялар тупһаһын күп тапай. Элекке Башҡортостан Башлығына тиклем барып етә, әммә боҙ урынынан ҡуҙғалмай. Республика һәм район етәкселеге алышынғас, ул тағы йөрөп ҡарарға була һәм, ауылдаштарынан ҡултамға йыйып, Башҡортостан Башлығына ауыл халҡы исеменән хат яҙып ебәрә. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй, 2019 йылдың авгусында Яңы Шишмә ауылына ул саҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров килә һәм ауыл халҡы менән осраша.
Күптәр был хат артынан Радий Фәрит улының үҙе килеп төшөүен ышанмай ҙа ҡабул итә. Йыйылған халыҡ Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең нисәмә йыл йыйылып килгән аһ-зарын еткерә. Эйе, ул саҡта ауылға илткән юл соҡор-саҡырлы була, автобус йөрөмәй, фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫке, ауылда интернет бәйләнеше, газ яғыулығы юҡ.
Ауыл халҡының үтенесен тыңлағандан һуң, Радий Фәрит улы газ яғыулығынан башҡаларын 2020 йыл һуҙымында хәл итергә вәғәҙә бирә. Вәғәҙә – иман, тиҙәр халыҡта, Радий Фәрит улы әйткән һүҙендә тора. Ауылға илткән юл ремонтлана, район үҙәгенә тиклем ауылдан көнөнә ике тапҡыр автобус йөрөй башлай, Интернет селтәре булдырыла, тиҙ арала өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырыла.
– Радий Фәрит улы килеп киткәндән һуң, ауылыбыҙ тормошона яңы һулыш өрөлдө, яңыса йәшәй башланыҡ. 2020 йылдың һалҡын февраль айы тип тормай, элемтәселәр килеп, ауылыбыҙға юғары тиҙлекле интернет селтәре үткәреп китте. Был бик ваҡытлы булды, күп тә үтмәй, уҡыусыларҙы дистанцияла уҡытыуға күсерҙеләр һәм интернеттың кәрәклеге бик ярап ҡалды.
Юлды ла бик сифатлы итеп тиҙ арала төҙөп киттеләр. Фельдшер-акушерлыҡ пункты иһә 2020 йылдың ноябрь айында файҙаланыуға тапшырылды. Ауылыбыҙға көнөнә ике тапҡыр рейс автобусы килеп урай, халыҡ өсөн был бик тә уңайлы, юл хаҡы ла тешләшмәй. Юғиһә, шәхси машинаһы булмағандар район үҙәгенә таксиҙа йөрөргә мәжбүр ине бит. Быларҙың барыһы өсөн дә Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улына һәм район хакимиәтенә ифрат рәхмәтлебеҙ, – ти ауылдаштары мәнфәғәтендә янып-көйөп йөрөгән Таһир Ғилметдин улы.
Бына шулай, Яңы Шишмә ауылы хәҙер яңыса йәшәй. Киләсәктә улар ауылдарының газ яғыулығына тоташтырыласағына өмөт итә. Быйыл ауылдары менән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашырға йөрьәт иткәндәр. Ауыл эргәһендә яһалма һыу ятҡылығы – быуа булдырырға уй-ниәттәре. Халыҡтың фекеренсә, быуа булһа, берҙән, янғын хәүефһеҙлеге өсөн ҡулай, икенсенән, ҡош-ҡорт аҫраусылар өсөн бик кәрәкле буласаҡ. Шуға ла ауыл халҡы һәр йорт башынан берәр мең һум аҡса йыйырға ҡарар иткән. Уларҙың был эште лә атҡарып сығасағына шик юҡ.