Йәмғиәт
12 Февраль 2021, 13:00

Енәйәт урынында уҡ тотолған

Бур - яңы ғына иреккә сыҡҡан Кемерово өлкәһе кешеһе.

10 февраль көндө, төнгө сәғәт икеләрҙә, Мәләүездә "Росгвардия" хеҙмәткәрҙәре магазинға төшкән бурҙы тотҡан. Башҡортостан Росгвардияһының матбуғат хеҙмәте ваҡиға тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирә:

- Төнгө тикшереү мәлендә Росгвардия хеҙмәткәрҙәре магазиндың тышҡы ишегенең емерек булыуына иғтибар итә, шул уҡ ваҡытта бина эсендә ҡыштырлау ҙа ишетелә. Хоҡуҡ һаҡсылары тиҙ арала бинаны ҡамап, талаусыны ҡулға ала.
Шулай итеп, оперативниктар магазинды емереп инеп, урлашҡан әҙәмде эҫе мәлендә эләктерә. Ул электән дә бер нисә тапҡыр хөкөмгә тарттырылған, 2020 йылдың аҙағында ғына төрмәнән сыҡҡан 50 йәшлек Кемерово өлкәһе кешеһе булып сыға. Магазиндан ул аҙыҡ-түлек, ирҙәр кейеме алып сығырға маташҡан, тиелә мәғлүмәттә.
Хәл-ваҡиға ентекле тикшерелә. Килтерелгән зыян күләме асыҡланыу өҫтөндә.
.
Фото:bashnews.ru
Читайте нас