Ҡышҡы йөн кейемдәрҙе йыуырға уйлаһағыҙ, һуңғы тапҡыр сайҡатҡанда һыуға бер балғалаҡ глицерин һалығыҙ. Әйберҙәр йомшағыраҡ буласаҡ.
Кер йыуыу машинаһында төҫлө әйберҙәр йыуһағыҙ, һыуға ике-өс ҡалаҡ аш тоҙо өҫтәгеҙ. Улар уңмаҫ, сағыуыраҡ төҫ алыр.
Синтетик туҡымаларҙан тегелгәндәрҙе тәбиғи туҡымаларҙан етештерелгәндәргә ҡарағанда йышыраҡ йыуырға кәрәк. Күлдәкте биш-алты тапҡыр кейгәндән һуң мотлаҡ йыуығыҙ, сөнки туҡыманың еңелсә электрланыуы туҙан өлөшсәләрен үҙенә тарта. Синтетик туҡыма тәндең майлы бүлендектәрен һеңдереү һәләтенә эйә, ә был кейемдең тиҙ бысраныуына килтерә.
Ҡалын таҫтамал һәм халаттар йыуғандан һуң ҡабарып торһон өсөн аҙ ғына тоҙ һалынған һыуҙа тотоғоҙ. Кипкәндән һуң үтекләмәгеҙ!