Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2021, 11:00

“Бесәйебеҙ Сибайҙан үҙе ҡайтҡан...”

Һалҡын март айында әллә нисә саҡрымға һуҙылған Ирәндек тауҙары аша үтеп, нисек юл тапҡандыр...

Йорт хайуандарының, айырыуса эт һәм бесәйҙәрҙең, хатта йөҙҙәрсә саҡрым ара үтеп, йәшәгән еренә кире ҡайтыуы тураһында йыш яҙалар. Был ваҡиғаны миңә Әлмира исемле танышым һөйләгәйне.
“Тормош хәлебеҙ буйынса Баймаҡ ҡалаһынан Сибайға күстек. Үҙ йортобоҙҙа йәшәй инек, уны һатып, яңы урындан фатир алдыҡ. Оҙаҡ ҡына беҙҙең менән йәшәгән Симба ҡушаматлы ҙур, ерән бесәйбеҙҙе лә үҙебеҙ менән алдыҡ.
Иркенлектә, шәхси йорт ихатаһында рәхәтләнеп йәшәгән бесәйебеҙ ҡала шарттарына һис тә күнегә алманы. Аҙна-ун көн самаһы фатирҙа ғына тоттоҡ. Әлбиттә, ул урамға сығырға теләп ҡаңғырҙы, әммә беҙ юғалыуынан ҡурҡтыҡ. Бер көн шулай ҙа аҙ ғына йөрөтөп индерергә булдыҡ. Ул сығыу менән, күҙ асып йомғансы тигәндәй, юҡ булды. Күпме эҙләһәк тә, таба алманыҡ.
Бер нисә көн үткәс, йортобоҙҙо һатып алған ҡатын шылтырата: “Әлмира, һин бесәйеңде алып китмәнеңме әллә?” – ти. “Ҡайтҡанмы әллә?” “Бер ҙур, ерән бесәй ҡурҡыныс ҡиәфәттә ишек алдында ултыра...”
Күп тә үтмәй элекке күршем шылтыратты: “Ҡот осҡос булып йонсоған бесәйең бахыр ғына булып бында йөрөп ята ул...”
Шул уҡ мәлдә Баймаҡҡа сығып китә алманым, сөнки ҡыҙым ныҡ бәләкәй ине әле. Яйын табып, барып эҙләп ҡараныҡ, әммә Симбаны таба алманыҡ. Оҙаҡ йылдар беҙҙең менән йәшәгән, дуҫ һәм иптәшкә әйләнгән аҡыллы бесәйебеҙҙе шулай юғалттыҡ. Һалҡын март айында әллә нисәмә саҡрымға һуҙылған Ирәндек тауҙарын аша үтеп, нисек юл тапҡандыр – әле лә ғәжәпләнеп иҫләп алабыҙ...”
Фото: zastavki.com
Читайте нас: