Мәләүез районында “Айыҡ ауыл” республика конкурсы бик әүҙем бара. Ошо хаҡта журналист Лена Абдрахманова түбәндәге мәғлүмәтте яҙып ебәргән.
“Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабы башланды. Уға ярашлы, сараның муниципаль этабында еңгән Мәләүез районының Муллағол ауылында “Балан һуғыу” тип аталған халыҡ байрамы үтте.
Урындағы халыҡты айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәьҫиренән һаҡлау маҡсатында ойошторолған сарала район Советы рәйесе секретары Лилиә Һөйәрғолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Арғымаҡ” этнотөркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов, “Айыҡ ауыл” проекты координаторы Юлиә Мырҙабулатова, урындағы ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе Ләлә Рафиҡова ҡатнашты.
Аптраҡ ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Зөфәр Ғималетдинов йыйылған халыҡты ауылда үткән күркәм ваҡиға менән ҡотлап, конкурстың район этабында еңеүҙең Муллағолда йәшәгән һәр кем өсөн ҡыуаныслы, барыһы өсөн дә уртаҡ шатлыҡ булыуын билдәләне. Был еңеүҙең ысын мәғәнәһендә бөтә ауылдың эше икәнлеген бер кем дә инҡар итмәйҙер, сөнки был ҡыҫҡа ваҡытта һәм айырым төркөм генә атҡара торған бурыс түгел, ә оҙайлы процесс, тотош команда хеҙмәте. Уға ярашлы, бында йыл әйләнәһенә халыҡ араһында сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса әүҙем эш алып барылды, унда йәше-ҡарты дәррәү ҡатнашты.
Муллағол ҙур түгел, унда 61 йортта йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. Ауылдың үҙенә генә хас йолалары, ғөрөф-ғәҙәте, байрамдары бар. Күрше-күлән элек-электән дуҫ-татыу йәшәй, күмәк көс талап ителгән эштәрҙе өмә менән йәки ҡулалмаш башҡарырға күнеккәндәр. Балан һуғыуға ла һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙамға килеп, матур ғәҙәткә әйләндергәндәр. Тора-бара ул йолауи байрамға, хәҙерге термин менән әйткәндә, “бренд сараһы”на әүерелгән. Йыр-бейеү ҙә, уйын-көлкө лә, оҫталыҡ дәресе лә булды ул. Уны тамаша ҡылыусылар балан емешенең файҙаһы, унан ниндәй ризыҡтар, эсемлектәр әҙерләнеүе хаҡында ла ҙур мәғлүмәт алды.
Был сара Муллағолда ҡунаҡсыл, йомарт, айыҡ тормошҡа ынтылған кешеләр йәшәгәнлеген тағы бер ҡат раҫланы. “Ауылым ғорурлығы” тип аталған оҫталар күргәҙмәһе лә бында бәйләү-сигеүгә, милли биҙәүестәр яһауға оҫта ҡатын-ҡыҙҙар, спорт, айырыуса милли көрәш менән шөғөлләнгән ир-егеттәр, умартасылар, бик талантлы, уңған халыҡ ғүмер иткәнлеге хаҡында һөйләй ине.
Эйе, муллағолдар сәләмәт һәм айыҡ тормош яҡлы. Был уларҙың ҡылыҡтарында ла, йәшәү рәүешендә лә сағыла. Төҙөк йорттар, төрлө йәштәгеләрҙең биләмәлә ойошторолған сараларҙа теләп ҡатнашыуы, сабыйҙар тыуыуы, йәш ғаиләләрҙең ауылда төпләнеүе, яңы йорттар һалыныуы – быларҙың барыһы ла шуны асыҡ дәлилләй. Шуға күрә уларҙың “Айыҡ ауыл” республика конкурсының һуңғы этабында ла лайыҡлы урын алыуына ышаныс ҙур”.
Фотолар: Гөлиә Шаһиғәлина, Лена Абдрахманова.