Йәмғиәт
13 Февраль 2021, 11:00

“Яратам FEST” һеҙҙе көтә!

Иртәгә баш ҡаланың “Динамо” стадионында Ғашиҡтар көнөнә арналған ҙур байрам үтә. Программала ниҙәр ҡаралған?

Иртәгә, 14 февралдә, баш ҡаланың “Динамо” стадионында Ғашиҡтар көнөнә арналған ҙур байрам үтә. “Яратам FEST” сараһын “Башҡортостан 24” муниципаль телеканалы ойоштора.
Ялҡынлы дискотека 15.00 сәғәттән 19.00 сәғәткәсә дауам итәсәк. Пульт артында DJ Fatikh сығыш яһаясаҡ. Боҙ майҙанына үҙ конькиҙарыңды алып килгән осраҡта – инеү бушлай. Башҡалар өсөн иһә конькиҙы ҡуртымға алыу мөмкинлеге буласаҡ. Тректар араһында бер аҙ йылынып һәм ял итеп алырға мөмкин: дискотека барышында туҡланыу нөктәләре эшләйәсәк.
Әйткәндәй, “Башҡортостан 24” муниципаль телеканалы “Динамо”лағы ошондай уҡ боҙ дискотекаһын былтыр, Студенттар көнөндә, уҙғарғайны. Ул саҡта билдәле башҡарыусы Зәйнетдин сығыш яһап, халыҡтың кәйефен күтәргәйне. Быйыл ул тағы ла килә, өҫтәүенә билдәле мультиинструменталист Ришат Рәхимов, “Сплэш” барабан-шоуы, йырсы Алтынай Вәлитов та ҡушыласаҡ.
Ҡунаҡтар араһында бүләктәр оттороу ҡаралған. Унан тыш, сәхнәлә “Башҡортостан 24” муниципаль телеканалының алып барыусы парҙары – Рөстәм Ғәббәсов һәм Флүрә Мырҙина, Артур Басиров һәм Надежда Марьина, Евгения Андреева һәм Ғәлимйән Ибатуллин сығыш яһаясаҡ.
Шуай итеп, иртәгә һеҙҙе ялҡынлы боҙ көтә! Бер-береһен яратҡан парҙар, ғашиҡтар һәм икенсе яртыһын эҙләгәндәр, күркәм саранан ситтә тороп ҡалмағыҙ!
Фото: "Башҡортостан 24".
Читайте нас