Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2021, 19:00

"Ҡайнар мөхәббәт ышанысһыҙ ул..."

Улым менән яңғыҙым ҡалғас, башҡа бер ит-атҡа күтәрелеп тә ҡарамаҫмын тип үҙемә һүҙ биргәйнем дә, әммә бер саҡ...

Никахта иң мөһиме – мөхәббәт, тип раҫларға тырышҡандар менән һис тә риза түгелмен. Паспортымда 15 йыл буйы мисәт торһа ла, яратып, үлә яҙып ғашиҡ булып кейәүгә сыҡтым тип әйтә алмайым. Мин – бик бәхетле кеше, ҙур ышаныс менән, никахтың ныҡлығы өсөн ҡайнар мөхәббәттең булыуы кәрәк түгел, тип әйтә алам.

Яралар, үкенеү ҡалдыра торған мөхәббәттән кемгә ниндәй файҙа? Мин дә йәшлектә һөйҙөм, әммә уға кейәүгә сығып бәхет кисермәнем. Ул мине баһаламаны, хөрмәт итмәне, һөйөүемде аяҡ аҫтына һалып тапаны. Ниңә уға тормошҡа сыҡтың һуң, тиерһегеҙ. Әйттем бит, яраттым! Улым менән яңғыҙым ҡалғас, башҡа бер ит-атҡа күтәрелеп тә ҡарамаҫмын тип үҙемә һүҙ биргәйнем дә, әммә бер саҡ...

Әхирәтемдең тыуған көнөндә ғаиләле бер ир менән танышырға яҙҙы. Өйләнгәнен белгәс тә, унан ситләшмәнем, ҡыйынһынманым, уртаҡ темаларға һөйләштек, аралаштыҡ, дуҫтарса кәңәшләштек. Бер ваҡыт уның хәләл ефете менән айырылышҡанын белгәс, бөтә ҡатын-ҡыҙҙы ла үҙ аршының менән үлсәмә, күңелеңә ятҡанын табырһың, тип йыуатырға тырыштым.

Донъя мәшәҡәттәре менән байтаҡ ваҡыт үтте. Рәшит менән осрашһаҡ, һөйләшеп һүҙ бөтмәй, күңелде өйкәгән һорауҙар, хис-тойғолар менән бүлешәбеҙ. Һине аңлаған, насар һүҙ менән күңелеңде ҡыймаған кеше менән бер ултырып һөйләшеү – үҙе бер ғүмер. Улым менән дә тиҙ уртаҡ тел тапты.

Бер ваҡыт мөхәббәтен белдереп, Рәшит мине уңайһыҙ хәлгә ҡалдырҙы, ул миңә дуҫ булараҡ ҡиммәт, ә ундай дуҫты юғалтыуы бик ауыр! Өҫтәүенә шундай хәстәрлекле, йомарт, изге күңелле кешене... Ризалаштым, бик ныҡ икеләнһәм дә.

Нимә генә кисермәнек беҙ икәү – улымдың ҡаты ауырыуын да, ҡәйнәмдең ҡабул итмәҫкә тырышыуын да... Барыһын да үткәрҙек. Мин иремде хөрмәт итәм, үҙемсә яратам да кеүек, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ, тик китаптарҙа яҙылған, күккә күтәреп һүрәтләнгән ҡайнар мөхәббәт түгел был. Ышаныс, хөрмәт нигеҙендә барлыҡҡа килгән никахтың ярһыу мөхәббәт нигеҙендә тыуған ғаиләгә ҡарағанда тотороҡлораҡ икәнен раҫлай алдым. Мин – бик бәхетле ҡатын!”.

(Айгөл исемле ҡатындың һөйләгәндәренән).

Фото: prazdnik-bum.ru

Читайте нас: