Йәмғиәт
14 Февраль 2021, 15:15

Халыҡ теләге хупланһын ине

Ғафури районы Үтәк ауылы халҡы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса ниндәй проектты һайланы?

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ауыл ерендә бик ҙур, күләмле эштәр башҡарырға мөмкинлек бирә. Ошо уңайҙан Ғафури районы Үтәк ауыл биләмәһе халҡы ҡайһы проектҡа туҡталыуҙы асыҡлау маҡсатында мәҙәниәт йортонда йыйылыш үткәрҙе.
Йыйылыш барышында бер нисә проект тәҡдим ителде: ауыл мәктәбенең тирә-яғын кәртәләү, Мостафа шишмәһен төҙөкләндереү, янғын һүндереү машинаһы һатып алыу, “МТЗ-82” тракторына тағылмалы инвентарь-ассенизатор мискәһе һәм ҡар көрәгес алып ҡуйыу. Һәр бер проектты ентекле тикшергәндән һуң ауыл халҡы бер тауыштан һуңғыһына – тракторға тағылма инвентарь-ассенизатор мискәһе һәм ҡар көрәгес һатып алырға тигән ҡарарға килде. Проект киләсәктә ауыл халҡының көнкүрешен тағы ла яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Йәғни, янғын сығыуҙы булдырмау, һыу үткәргесте хеҙмәтләндереү, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү, юлдарҙы тәртиптә тотоу.
Үтәк ауыл биләмәһе хакимиәте тәҡдим ителгән проектты хупланы, балалар араһында иғлан ителгән ижади конкурсҡа йомғаҡ яһап, ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы районда 2016 йылдан бирле уңышлы эшләп килә, күп проекттар уңышлы тормошҡа ашырылды. Был юлы ла проектыбыҙ еңеп сығыр, халыҡ теләге хупланыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Гөлназ МАННАНОВА,
Үтәк ауылы китапханасыһы.
Автор фотоһы.
Читайте нас