Ғашиҡтар көнөнә арнап Өфөнөң “Динамо” стадионындағы боҙ майҙанында дискотека уҙҙы. Уны «Башкортостан 24» муниципаль телеканалы ойошторҙо. Был хаҡта каналдың сайтында хәбәр ителә.
Йыр-моңло байрам дүрт сәғәттән ашыу барҙы, ике меңдән ашыу тамашасы йыйҙы. Уны «SPLASH» барабансылар шоуы башлап ебәрҙе. Телеканалдың алып барыусылары бер-береһен алыштыра-алыштыра конкурстар ойошторҙо, приздар уйнатты. “Яратам FEST”ың тәүге еңеүселәре – үҙҙәрен бик мәрәкә итеп “маринат” тип атаған Марина менән Ринат Сакаевтар. Улар инде 17 йыл законлы никахта йәшәп, ике бала үҫтерә.
“Динамо”лағы байрамда “РайТенс” бейеү мәктәбенән – көнсығыш, Алтынай Вәлитовтан – башҡорт һәм татар, мультиинструменталист Ришат Рәхимовтан төрлө халыҡ моңдары яңғыраны.
“Зәйнетдин” этно-төркөмө “боҙло” кисәнең хедлайнеры булды. Байрам DJ Fatikh һайлап ишеттергән көйҙәр менән тамамланды.
“Башҡортостан” ДТРК-һы директоры Азамат Сәлихов әйткәненсә, «Яратам FEST» - ул сәләмәт тормош һәм мөхәббәт байрамы, шуға ла датаһы ла осраҡлы түгел.
Фотолар: “Башҡортостан-24”.