Нисәмә йылдар элек күҙ алдымда булған шул ваҡиға малай саҡта мәрәкә күренһә лә, олоғая килә уның ҡыҙғаныс икәнлегенә нығыраҡ инана барам.
Ауылыбыҙҙың хәлле генә бер кешеһе әрменән ҡайтҡан улына ат егергә ҡушҡан. Тегеһе ни дуғаны ҡолаҡ бауҙың ал яғынанмы, артынанмы һалырға, ни ҡамыт бауын тартырға, ни дилбегә үткәрергә белмәй икән. Әүеш-тәүеш еккән аты, арбаны ла ҡуҙғата алмай, тәртә араһынан һыпырыла ла сыға егеттең.
Эс тырнап көлгәйнек ул ваҡытта, сөнки ауыл ерендә бала арба кендеге буйлыҡ сағынан уҡ ҡул араһына инә башлай. Донъя көтөүҙең мәшәҡәтле булыуы ғына түгел, быуындан-быуынға күсә килгән һөнәрселек традициялары сабый ғына балаларҙы ла хужа, оҫта, йүнсел булыуға тартҡандыр инде.
Һәләтле, һөнәрле балалар, үҫмерҙәр бөгөн, бәлки, беҙҙең заман менән сағыштырғанда, күберәктер ҙә. Үҙ һәләтен күрһәтеү, үҫтереү өсөн уларҙың форсаттары ла башҡараҡ. Музыкаға тартылған, рәсем төшөрөүҙең серҙәренә өйрәнгән, бәләкәйҙән үк «машина ене» ҡағылған йәш-елкенсәккә ни әйтәһең инде. Ауыл малайы хәҙер, беҙҙең быуын ише, велосипедын һүтеп-йыйыу менән генә йәм тапмай. Уға кәм тигәндә – матай, сәм тигәндә компьютер давай. Әгәр үҫмер егет теләһә – тракторға, кәрәкһә – комбайнға ултыра, ваҡыт табып, Интернет донъяһына сәфәр ҡыла, ә ҡыҙҙар, әлеге үк булдыҡлылыҡтан башҡа, һыйыр янына ла сүгәләй ала, күлдәген дә бесеп тегә белә икән, ҡыуанайыҡ – улар тормошта тораташ булмаясаҡ.
Шулай ҙа, үҙемде нимә тип кенә йыуатһам да, күңел барыбер тыныс түгел. Әллә ҡала мөхитендә йәшәп, ҡала балаларының ҡылыҡ-фиғелен күреп йөрөү ғәләмәте, миндә бала-сағала, йәш-елкенсәктә көндәлек тормошобоҙҙа кәрәк һөнәрҙәргә ылығыу юғала бара, тигән фекер нығына.
Һеҙ, мәҫәлән, кейеҙ баҫыусы, балаҫ һуғыусы, итек тегеүсе, мейес һалыусы йәш кешене шәхсән беләһегеҙме? Кейеҙ баҫҡан ҡыҙҙар Әбйәлил районының Боранғол ауылында барҙыр, бәлки. Әлбиттә, яңыра килеүсе заманда итек тегеп, баҡырса төпләп ултырыусының хеҙмәтен күҙ алдына килтереүе ауырыраҡтыр. Шул уҡ ваҡытта ауыл ерендә ҡалала урынһыҙ иҫәпләнгән әйберҙәргә ихтыяж ҙур ҡала, тимәк, уларҙы эшләүсе, һипләүсе оҫталар ҙа булырға тейеш.
Колхоз-совхоздар таралып бөткәс, өйрәнгән тормош ҡалыбынан мәхрүм булған ҡайһы берәүҙәр ҡаушабыраҡ ҡалғайны. Яман эштең дә бер яҡшылығы була икән: үҙ йүнеңде үҙең күреү өсөн йән дә, тән дә ялҡауланмаҫҡа тейешлеген күптәр тиҙ үк аңланы. Байтаҡ йылдар элек, райондаштарым тураһында документаль фильм төшөргәндә, халыҡта дәртһеҙлек һәм һөнәрһеҙлектең тамырланыуын күреп эсем бошҡайны. Боронғо традицияларға хөрмәт ҙур тип йөрөгән төбәктә лә аҫалы балаҫ һуҡҡан, ялтыр ҡалай менән биҙәкләп, семәрләп һандыҡ эшләгән кешеләрҙең бер-икәүһен генә таба алғайныҡ. Улары ла олоғайған ағайҙар ине. Әллә ғәмәли тормош мәжбүр итте, йә иһә ошоғаса баҫылып ятҡан ижад ҡомары гөлтләп киттеме, иллә ауылдағы оҫталарҙың эштәре хәҙер хайран итә.
Халыҡтың күркен уның оҫта, булдыҡлы ул һәм ҡыҙҙары билдәләй. Йыраусы, бейеүсе, шиғыр сығарыусы кешене генә Хоҙай һәләт биргән кеше тип йөрөтөү хаталыр, минеңсә. Күркәм, иркен итеп йорт күтәргән, уны эстән-тыштан зауыҡ менән биҙәгән, донъя-ҡаралтыһын бөтөн тотҡан кешеләр һәр ауылда бар. Улар һәләтле түгелме лә, булмышы менән рәссам түгелме ни?
Ләкин шуныһы айырыуса хафаландыра: ошолай дәртләнеп донъя көтөүселәрҙең күпселеге – олоғайып барған кешеләр. Юғары, урта уҡыу йорттарын бөтөп, ауыл зарығып көткән һөнәрҙәр алып, ҡалала аңҡы-тиңке килеп йөрөүсе егеттәр менән ҡыҙҙарға нимә әйтергә һуң? Ауылда һеҙҙең күңелегеҙ тартҡандай эште бер кем дә әҙерләп ҡуя алмай. Хәҙер заманы икенсе. Барыһын да үҙегеҙгә булдырырға тура килә. Ауыл тормошо еңел түгел, әммә тырыш кешеләр унда ҡалалағыларҙан сағыштырғыһыҙ етеш, ҡыҙыҡлыраҡ йәшәй.
Ә йәштәргә һәм уларҙың ғәмәли тормошона йәнә әйләнеп ҡайтҡанда? Халыҡтың традицион көнкүрешен генә түгел, бәлки матди мәҙәниәтен дә тәшкил иткән һөнәрҙәргә уларҙы кем өйрәтер? Ярай ҙа Өфөлә ағас ҡурай яһау оҫтаһы Вәкил Шөғәйепов боронғо инструментҡа заманса тормош бирҙе. Хәҙер инде думбыраһын да, дөңгөрөн дә, ҡумыҙын да, ҡыл ҡумыҙын да эшләүселәр бар. Республикабыҙ йылҡысылыҡ буйынса Рәсәйҙә иң алдынғы урында. Ауылда екке аттар иҡтисади эшмәкәрлеккә ҡабаттан әйләнеп ҡайта. Ә ауыл ерендә үҙенә арба-сана рәтләп егеү генә түгел, дуға бөгөүселәр ҙә һирәкләнде.
Миңә бер мәл Белорет районында промкомбинатта эшләнгән ҡамыт-ыңғырсаҡтарҙы, арбаларҙы күрергә тура килгәйне. Беҙҙең ыҡсым башҡорт аттарының кәүҙәһе һыйырлыҡ дәү ҡамыттар, малдың һыртын эйелтерлек ауыр ыңғырсаҡтар, тимерҙән эшләнгән көс еткеһеҙ арбалар. Сәнәғәт, әйткәндәй, ауылға әле булһа шундайыраҡ әйберҙәр тәҡдим итә, сөнки ундағы етәкселәр, конструкторҙар ауылдың ихтыяждарын, хеҙмәт һәм көнкүреш үҙенсәлектәрен күҙ алдына килтермәй эшләй.
Унан килеп, халҡыбыҙҙың көнкүрештә ҡулланған байтаҡ әйбере бер үк ваҡытта сәнғәт әҫәрҙәре лә булған. Ҡашлы эйәрҙәрҙе, наборлы йүгән, ышлыяларҙы хәҙер кем рәтләй ҙә, тире менән көпләп, ҡусҡарлап кашауай, тал менән таҫлап кырандас үреү кемдең ҡулынан килә?
Уйлап ҡараһаң, ҡайыш сыбыртҡы менән суҡлы ҡамсы үреү ҙә – үҙе бер һөнәр. Ата-олатайҙарыбыҙ «егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» тип раҫлап, көндәлек тормошта таһыллығыбыҙға иҫәп тотҡан. Бөгөн килеп ауылда тимерсене, мейессене, көмөшсөнө осратырмын тимә. Заманса йәшәйбеҙ тип, халҡыбыҙ мәҙәниәтен һәм көнкүреш тарихын тәшкил иткән хазиналарҙан, шөғөл-һөнәрҙәрҙән баш тартыу ҙа мәртәбә түгел. Мин әле арба-сана эшләгән, кәрзин үргән, дегет ҡыуған, транса ярған, йүкә һыҙырған оҫталарҙы белеп ҡалдым. Улар хәҙер һәр ауылда, һәр йортта бармы икән?
Мәгәр ниндәй ҙә булһа һөнәр халыҡ мөхитендә тыуған икән, уның халыҡ менән мәңге йәшәүгә лә хоҡуғы бар. Махсуслаштырылған предприятиеларҙа эшләнгән йәки ательеларҙа тегелгәндән тыш, ябай оҫталар ҡулынан сыҡҡан эйәрҙәр, һандыҡтар, һауыт-һаба, биҙәнеү әйберҙәре, елән-бишмәттәр, ситектәр, шәлдәр, һөлгөләр сит яҡтарға һатыла алыр ине. Бер яҡтан, был халыҡты эш менән тәьмин итеүгә бер ни ҡәҙәр сәбәп булһа, икенсенән, иҡтисади отош та бирер. Өсөнсөнән, йәштәрҙе халҡыбыҙ традицияларына ҡарата хөрмәт рухында тәрбиәләүгә лә булышлыҡ итер.
Башҡорттоң ядро энергияһын ауыҙлыҡлаған, йыһанға ҡарашын йүнәлткән, диңгеҙ төпкөлдәрен айҡаған ул һәм ҡыҙҙары бар бөгөн. Бының менән ғорурбыҙ. Әммә һөйгәненә беләҙек семәрләп бүләк итерлек, егетенә һөлгө нағышларлыҡ зауыҡлы йәштәр ҙә кәрәк беҙгә. Юғиһә, ауыл ерендә эйәрҙе ыңғырсаҡтан айыра алмаған егеттәрҙе лә осратҡан бар. Халыҡтың үҙен милләт булараҡ һаҡлап ҡалыуы уның һәр йәһәттән булдыҡлылығына, тарихи традицияларҙы бөгөнгө һәм киләсәк менән бәйләп алып барыу маһирлығына ла бәйле. Йәгеҙ әле, ат эйәрләргә кемдең йөрәге етә?