Бөрйән районынан яңы өйләнешкән пар - Гөлдәр менән Йәҙгәр Ҡәйүмовтар ҡунаҡтарҙан сәскә бүләк итмәүҙәрен үтенгән, уның урынына балалар приюты өсөн уйынсыҡтар, канцелярия тауарҙары алыуҙарын һораған. Шулай итеп, йәштәр ғаилә тормошон ошондай изге ғәмәлдән башлаған.
"Сәскә бер нисә көндән һулый, ә бүләктәр балалар өсөн бик кәрәк, ә беҙгә матур иҫтәлек булыр", - тигән Ҡәйүмовтар.
Бәлки, ошо ихлас күңелдән башҡарылған изге ғәмәл башҡаларға өлгө булыр. Ә инде Ҡәйүмовтарҙың яҡшылығы ғаиләнең бәхетенә ныҡлы нигеҙ буласаҡ. Беҙ ҙә уларға имен тормош, мөхәббәт, ҡулға-ҡул тотоношоп оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Биргәнгә Хоҙай үҙе бирә тигән матур әйтемде онотмайыҡ.