Йәмғиәт
15 Февраль 2021, 10:31

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Халыҡ программаны ыңғай ҡабул итә, теләп ҡатнаша.

“Үҙеңдең һәм яныңдағы кешеләрҙең тормошон яҡшыртам тиһәң, ҡул ҡаушырып ултырма!” – республикала киң танылыу яулаған Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы тап ошо принцип буйынса эшләй. Учалылар ҙа инде нисә йыл рәттән программаны тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәтеп, байтаҡ тәжрибә тупланы.


Спорт, балалар майҙансыҡтары, яңыртылған социаль учреждениелар, заманса яҡтыртҡыстар – барыһы ла берҙәм тырышлыҡ һөҙөмтәһе.


Бар проекттар республика, урындағы бюджет һәм халыҡтың үҙе йыйған аҡсаһына тормошҡа ашырыла. Район биләмәһендә урынлашҡан предприятиелар ҙа, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп, ҙур өлөш индерә. Былтыр, мәҫәлән, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ун проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән, Башҡорт алтын табыу компанияһы, Учалы тегеү фабрикаһы ла ситтә ҡалмай.


Илселәр һынатмай


Илсе ауылы биләмәһе районда ҙурҙарҙан һанала, уға ике ауыл ҡарай. Илсенең үҙендә 462 йортта – 1254, Рысайҙа 229 йортта һәм­мәһе 474 кеше йәшәй. Шуларҙың 411-е пен­сио­нер­ҙар булһа, 857-һе – хеҙ­мәт­кә яраҡлы йәш­тәге граждандар. Ауыл ҡала­нан 20 километр алыҫ­лыҡта са­ғыштырмаса ти­геҙ урында урын­лашҡан. Халыҡтың байтағы шәхси хужа­лы­ғында мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеп көн күрә. Хеҙмәт йәшендәге халыҡтың күбеһе ҡала предприятиеларына, учреждениеларына, биләмәнән алыҫ түгел урынлашҡан Башҡорт алтын табыу компанияһы һәм Саңғалыҡ диорит карьерына йөрөп эшләй. Дүрт крәҫтиән-фермер хужалығы, һигеҙ эшҡыуар эшмәкәрлек алып бара.


Бында шәхси төҙөлөш бик йылдам үҫә. Йәштәр ер участкалары алып, тыуған ауылында төпләнергә тырыша. Яңы биҫтәлә йыл һайын матур һәм уңайлы итеп төҙөлгән йорттар ҡалҡып сыға.


Илсе ауылы биләмәһе Урын­дағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында алты йыл дауамында ҡатнашып, биш проектты тормошҡа ашырҙы. Быға тиклем Рысай ауылының зыяраты кәртә­ләнгән, Илсе ауылындағы быуаның тирә-яғы төҙөкләндерелгән, Рысай ауылы урамдарына энергия һаҡлағыс яҡтыртҡыстар ҡуйылған, 2018 йылда программа сиктәрендә шул уҡ ауылда янғынға ҡаршы ер аҫты резервуары урынлаш­тырылған.


Йәш быуынды хәстәрләп


Биләмәлә 7 йәшкә тиклем – 181, мәктәп йәшен­дәге 295 бала иҫәпләнә, былтыр 22 сабый тыуған. Ике ауылда ла мәктәп һәм балалар баҡсалары бар.


Илсе урта мәктәбендә 153 бала уҡый, уларға тәжрибәле, ижади ҡарашлы 21 уҡытыусы, заман талаптарына ярашлы, лайыҡлы белем бирә. Уҡыусыларҙың төрлө ки­мәлдәге олимпиадаларҙа, ярыш­тарҙа, конкурстарҙа призлы урын яулауы ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй. Мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эше юғары кимәлдә ойошторолған. Йыл һайын сығарылыш кластары уҡыусыларының байтағы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә.


Белем усағы замандан ҡалыш­май, алға ынтыла. 2019 йылда мәктәптә “Үҫеш нөктәһе” теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәге белем биреү үҙәге асылған. Уларҙа уҡыусылар дөйөм белем алыу менән бергә, өҫтәмә үҫеш программалары буйынса ла шөғөлләнә.


Төп уҡытыу процесынан тыш, мәктәптә тәрбиәүи саралар даими уҙғарыла. Балаларҙы мәҙәниәткә, спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуға ҙур иғтибар бүленә. Учреждениела төплө белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа булды­рылған: иркен класс кабинеттары, спорт залы, ашхана, техник хеҙмәтләндереү бүлмәһе, музей, китапхана – барыһы ла, хәлдән килгәнсә йыһазландырылып, уҡыусылар өсөн һәр саҡ асыҡ.


– Мәктәп бинаһы 1972 йылда төҙөлһә лә, торошо яҡшы. 2008 йыл­да район хакимиәте хәстәрлеге менән капиталь ремонт уҙға­рыл­ғайны, бынан бер нисә йыл элек һыу үткәрелде, бина эсендә бәҙрәф­тәр булдырылды. Мәктәптең үҙ ҡаҙанлығы бар, әлегә утын яғып йылытыла, тиҙҙән зәңгәр яғыу­лыҡҡа тоташтырасаҡтар, – тип бәйән итте ике тиҫтә йыл директор булып эшләгән тәжрибәле, талапсан етәксе Зөһрә Батыршина.


Мәктәптең биләмәһе лә ҙур – 2 гектар ерҙә спорт майҙансығы, баҡса, ашхана, оҫтахана урын­лашҡан. Быға тиклем учреждение ағас ҡойма менән уратып алынған булған, шуға күрә йыш ҡына ремонтлап, серегән баға­наларҙы алмаштырып торорға тура килгән, йәй көнө мал да кереп ыҙалатҡан. 2020 йылда Илсе халҡы бер тауыштан Урындағы башлан­ғыстарға булышлыҡ итеү програм­маһы нигеҙендә мәктәптең ҡой­маһын яңыртыу өсөн тауыш бирә. Проекттың хаҡы 1 миллион 185 мең һум тәшкил итә, шуның 800 ме­ңе республика бюджетынан бү­ленә, урындағы ҡаҙнанан 165 мең һум күсә, 140 меңен бағыусылар индерә, 80 меңде ауыл халҡы үҙе йыя.


– Тейешле сумманы ауыл халҡы бер һүҙһеҙ тиҙ генә йыйып бирҙе. Ата-әсәләр, уҡытыусылар иҫке ҡойманы һүтеү буйынса өмәлә әүҙем ҡатнашты. Эштәр көҙ башҡарылды. Конкурста еңеп, подрядсы хоҡуғын алған урындағы шәхси эшҡыуар бурыстарына етди ҡараны, эшен ваҡытында һәм сифатлы итеп үтәне, – тип ҡыуа­нысын йәшермәй Зөһрә Ғәлимйән ҡыҙы.

Бөгөн Илсе мәктәбе яңы төҫ алған. Ике метрлыҡ бейеклектәге сифатлы тимерҙән эшләнгән ҡой­ма, матур ҡапҡа бинаға йәм өҫтәй.


Рысайҙың бар урамдары ла яҡтыртыласаҡ


Ағымдағы йылда ла Илсе ауыл Советы инициативалы бюджетлау программаһында ҡатнашырға ниәт итә. Депутаттар, биләмә активы менән кәңәшләшкәндән һуң, был юлы программаны Рысай ауылында тормошҡа ашырырға ҡарар итәләр.


Коронавирус инфекцияһы хәүефе янау сәбәпле, тәүге йыйылыштар, фототеркәү ҡулланып, ситтән тороп ойошторола.

Халыҡтан өс тәҡдим ҡабул ителә: Рысай ауылында урамдарҙы яҡтыртыу, уйын майҙансығын йыһазландырыу һәм мәктәптең тәҙрәләрен яңыртыу. 29 ғинуарҙа йыйылыш үтә һәм Рысай халҡы тәүге вариант өсөн тауыш бирә. Хакимиәткә конкурс документтарын тултырыуҙа, халыҡтан аҡса йыйыуҙа, эш барышын контролдә тотоуҙа ярҙам итеү өсөн әүҙем, алдынғы ҡарашлы кешеләрҙән торған инициатив төркөм дә һайлана.


– Ауылыбыҙҙа балалар һаны байтаҡ, ололар ҙа күп. 2016 йылда урамдарҙы яҡтыртыу буйынса программала ҡатнашҡайныҡ. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, яңы биҫтәләр яҡтыр­тылмай ҡалды, етмәһә, лампа­ларҙың байтағы эшлектән сыҡты. Ҡыш ҡараңғы иртә төшә, балалар мәктәптән ҡайтҡанда хәүефле, ололар өсөн дә борсолабыҙ, – ти инициатив төркөм етәксеһе, мәктәп директоры Гүзәл Әхмәтйәнова.


Бына шулай, тәү сиратта кешеләрҙең хәүефһеҙлеген уйлап эш итә рысайҙар.


– Заманса яҡтыртҡыстар энергияны күп сарыф итмәүе һәм оҙаҡҡа етеүе менән отошло. Сметаға ярашлы, проект хаҡы 490 мең һум тирәһе буласаҡ. Республиканан – 350 мең һум, урындағы бюджеттан 69 мең һум аҡса бүленер, тип иҫәп тотабыҙ. Проект­тың 10 процентын бағыусылар ҡапларға теләк белдерҙе, ҡалған 10 процентты халыҡ йыясаҡ. Рысайҙар – берҙәм халыҡ, был юлы ла һынатмаҫтар, һәр ваҡыт­тағыса әүҙемлек күрһәтерҙәренә шигем юҡ. Бағыусыларға, Баш­ҡортостан Стратегик тикшереүҙәр институты хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Улар халыҡ инициативаһы менән һайлап алынған проекттарҙың тормошҡа ашырылыуында ҙур ярҙам күрһәтә, – тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе Илсе ауыл Советы хакимиәте башлығы Азат Вәлитов.


Руслан Ғиләзетдинов,

Учалы районы хакимиәте башлығы:

– Учалы районы Урындағы баш­ланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ғәмәлгә инеү менән унда әүҙем ҡатнаша башланы. 2014 йылдан алып бөгөн­гәсә районда һикһәндән ашыу проект тормошҡа ашырылды.


Программаға халыҡ күнегеп бөттө. Уның шарттарын яҡшы аңлап, хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙе асыҡлауҙа, аҡса йыйыуҙа әүҙем ҡатнашалар. Күктән көтөп ятмай, үҙ өлө­шөңдө индереп, ниҙер булдырыу, төҙөү, уртаҡ тырышлыҡтың һөҙөмтәһен күреү халыҡты берләштерә, яңы эштәргә дәрт­ләндерә. Тәрбиәүи әһә­миәте лә ҙур – үҙ ҡулың менән тыуҙырған әйбергә нисек һаҡ­сыл ҡарамайһың инде? Артабан да был программа уңышлы эшләүен дауам итһен, тип теләге килә.



Читайте нас