Афған һуғышы – яҡындарын юғалтҡан меңәрләгән яҡташыбыҙға ҡайғы килтергән ҡан ҡойош – бөгөн тарихҡа әйләнде, ул илебеҙ яҙмышына юйылмаҫлыҡ яра һалды.
Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем дауам итә, аныҡлабыраҡ әйткәндә, был ҡан ҡойош 9 йыл да 1 ай ҙа 19 көн буйына һуҙыла. Унда 620 мең совет һалдаты, офицеры интернациональ бурысын үтәй. Беҙҙең егеттәрҙе “шурави” тип атаған һуғышта уларға ҡамауҙарҙан, тау һуҡмаҡтарынан, артылыштарҙан һөжүм итәләр. Һуғыш 14453 совет һалдатының ғүмерен өҙә, күптәр хәбәрһеҙ юғала, әсирлектән ҡайтмай, 35 меңе төрлө тән йәрәхәттәре ала.
Мәләүез районының Томансы ауылында йәшәгән Әсхәт Дамир улы Кәримов та Афғанстандағы һуғыштың тәүге тулҡынына – иң ҡыҙыуына эләгә. 1979 йылдың 24 октябрендә 18 йәшлек егет Совет Армияһы сафына хеҙмәткә алына. Ошо ваҡытта Совет ғәскәренең сикләнгән контингентын Афғанстанға индереүҙәре тураһында хәбәр итәләр. Ул хеҙмәт иткән артиллерия полкына алынған йәш егеттәрҙе тәүгеләрҙән булып интернациональ бурысты үтәргә оҙаталар. Әсхәт Дамир улы Афғанстанда 191-се мотоуҡсылар полкында механик-водитель булып хеҙмәт итеүен дауам итә.
– Был Тыуған илем алдындағы бурысым ине. Беҙҙең заманда бөтә егеттәр ҙә армияла хеҙмәт итергә тырышты, теләп барҙы. 1979 йылдың 24 октябрендә повестка алғас, армияға киттем. Матур итеп һалдат оҙатыуы ойошторҙолар. Беҙҙе ҡайҙа ебәргәндәрен белмәй инек. Өфөнән Тоцк лагерына оҙаттылар. Ике айҙан, карантин үткәндән һуң, хәрби ант бирҙек. СССР армияһы һалдаттарын Афғанстан Демократик Республикаһына ебәрәләр, тигән хәбәр таралды. Замполит һәр кемде шәхси әңгәмәгә саҡыра, аңлата. “Бараһыңмы?” – тип һораған була. Яуабым әҙер ине. Присяга ҡабул иткәс, Тыуған ил нимә әйтә, ҡайҙа ебәрә – шунда китергә әҙербеҙ, антыбыҙға тоғробоҙ, шуға ла һис икеләнеүһеҙ “барам” тинем. Үҙем ул саҡта ҡайҙа барғанымды белмәй инем. Беҙгә унда һуғыш икәнен аңлаттылар. Һуңынан эшелонға тейәнеләр. Волга буйы хәрби округынан бер эшелон инек.
Хәрби билетта нисек уҡығаныбыҙ яҙылған. Урта мәктәптә тракторсыға уҡыттылар. Шулай кәрәк булғандыр инде. Армияға тиклем колхозда тракторсы булып эшләп тә алдым. Бәлки, шуғалыр ҙа биш көн генә дөйөм тәртиптә уҡыттылар. Сылбырлы тәгәрмәсле транспортер бирҙеләр. Һәм бер нисә көндән Афғанстанға оҙаттылар, – тип бынан 41 йыл булған ваҡиғаларҙы барлай яугир-интернационалист.
Улар тәүҙә 191-се мотоуҡсылар полкы урынлашҡан Пули-Хумриға эләгә, һуңынан мартта был полкты Газни провинцияһына күсерәләр. Уларҙың “самоходка”һының төп бурысы – полкташтарына медицина ярҙамы күрһәтеү. Сержант Әсхәт Кәримовҡа сылбырлы тәгәрмәсле транспортерында санинструктор, фельдшер менән бергә заданиеға күп тапҡырҙар сығырға тура килә, ҡайһы бер мәлдә көнөнә унышар рейс яһайҙар. Улар көн һайын тиерлек яуҙа һынау ала, хәрби тәжрибә туплай.
– Беҙҙең командир: “Мин дары еҫкәнем”, – тип әйтә торғайны. Уның эргәһендә беҙ ҙә булдыҡ, ул пуля аҫтында ятһа, беҙ ҙә пуля аҫтында яттыҡ, ул атһа – беҙ ҙә аттыҡ, пехота булғас, һәр кем тауҙарға йөрөнө. Бына шулай булды һуғыш. Мәҫәлән, 1-се батальон заданиеға барһа, башҡалар аэродром һаҡлай, икенселәр – полкты. Шулай һәр көн дауам итә. Хеҙмәт иткәндә күп нәмәләр булды инде. Мәҫәлән, бер ваҡыт беҙҙең колоннаға һөжүм иттеләр. Минең алда бензовоз ауҙы, ниңә икәнен белмәйбеҙ. Ә унда, баҡтиһәң, водитель яраланған булған. Һалдат башын да сығара алмаған мәлдә, уны, яраланған яугирҙе, машинанан алып сығырға кәрәк. Беҙ түңкәрелгән техника эргәһенә яҡыныраҡ барҙыҡ, ә дошман бер нәмәгә лә ҡарамайынса ата. Ошондай шарттарҙа, ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, бер-беребеҙгә ярҙамға ашыға инек, – ти Әсхәт Дамир улы.
Әсхәт Кәримов өсөн Афғанстанда 20 ай хеҙмәт итеү ауыр осор булып иҫтә ҡалған, сөнки ҡан ҡойош, дуҫтарыңды һәм хеҙмәттәштәреңде юғалтыу, селпәрәмә килгән кеше яҙмыштарын күреү еңелдән түгел. Задание үтәргә сыҡҡанда улар ҡараңғы тау тарлауыҡтары нимә йәшергәнен бер ваҡытта ла белмәй, алда – упҡын, билдәһеҙлек. Шул уҡ ваҡытта улар дошмандың ҡыҙыл тәреле самоходканы айырмағанын, үҙҙәренең аныҡ сәп булғанын да яҡшы аңлай.
– Ысын һуғыш ине был, ә уйын түгел. Алыш барғанда беҙҙең егеттәргә тауҙан аталар, беҙҙекеләр ҙә ата. Үлем көтөп ултырғанда, кемгә еңел булһын? Һөжүм итеүселәрҙе эҙләргә барыуы ҡыйын, ҡайһы ергә йәшенеп ултырғандарын белмәйбеҙ бит. Ошондай көтөлмәгән хәлдәрҙә, исмаһам, үҙемде яҡлармын тип, машинаға пулемет ултыртып алдым. Машина ватыла ҡалһа йә башҡа берәй нәмә булһа, тип инде, ҡайҙан инде унда кемгәлер һөжүм итеү. Техника йыш ҡына боҙола ине, тау араһында таш эләкһә, сылбырлы тәгәрмәс өҙөлә. Шундай мәлдәр булды, һаҡ БТР-ын саҡырырға тура килде. Әгәр тауҙарҙа бәйләнеш булмаһа, бөтөнләй шунда тороп ҡалыуың, әсирлеккә эләгеүең дә ихтимал. Шуға күрә лә шартлаған БТР-ҙан пулеметты алып, күсәр йәбештереп, шунда беркетеп ҡуйҙым, ҡораллы булдым. Әлбиттә, автомат бар ине, ул ғына нимә инде ул. Көтөлмәгән хәлдәр өсөн пулемет уңайлы, – ти яугир-ветеран.
Әсхәт Кәримовтың армия фотоальбомында Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән йылдарҙың сағылышы һаҡлана. Ундағы һәр фоторәсемдең – үҙ тарихы. Улар, ошо ваҡиғаларҙы күргән-кисергәндәр, ысын дуҫлыҡ, афған һуғышы хаҡында һөйләй.
Әсхәт Кәримов полкта яҡташтарын осрата, улар бер-береһенә ярҙам итеп йәшәй. Ишембай районынан Яҡуп Латипов һәм Фәнис Абдуллин, Ейәнсуранан Салауат Шәмсетдинов һәм Сәлим Танһыҡҡужин, Мәләүездән Рәис Үтәшев, Ғафуриҙан Рифат Сөләймәнов һәм Ринат Сабитов, Ҡырмыҫҡалынан Рифат Ишморатов, Әбйәлилдән Фәнил Ҡасимов иң яҡын дуҫтарына әйләнә. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайтыу тураһында бойороҡ сыҡҡандан һуң, Сәлим аэродромды һаҡлаған саҡта һәләк булды. Беҙҙең Аптраҡ ауыл советынан 13 егет Афғанстанда хеҙмәт итте. Уларҙың береһе – Минигәрәй Нурғәле улы Кәримов – 1980 йылдың мартында һәләк булды. Уларҙың колоннаһына дошмандар һөжүм итә. Минигәрәй Кәримов үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланды. Уның исеме тыуған ауылы Муллағолдоң бер урамына бирелде”, – тип иптәштәре тураһында ла һөйләп китте яугир-интернационалист.
– Һалдаттарҙың бөтәһе лә яҡшы хеҙмәт итте. Ваҡыт беҙҙе һайланы һәм һынаны. Һуғышҡа эләкһәк тә, яҡшы хеҙмәт иттек, ҡасып йөрөгәндәр булманы. Полктан ситкә киткән, юғалған кеүек хәлдәр осраманы. Милләт айырыу ҙа юҡ ине. Рустар, украиндар, ҡаҙаҡтар, башҡорттар, татарҙар, латыштар татыу хеҙмәт итте. Беҙ һәр саҡ бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәнек. Мәҫәлән, яу мәлендә бер котелоктан, ҡалаҡтан ашаныҡ-эстек.
Офицерҙар яғынан да яҡшы мөнәсәбәт булды. Беҙҙең полктың төп өлөшөн Германиянан, Венгриянан йыйғандар ине. Төрлө төбәктәрҙән хеҙмәт иттеләр, әммә дуҫ булдыҡ, – тип кисергәндәре менән уртаҡлашты яугир-интернационалист.
Әсхәт Кәримов Афғанда хеҙмәт иткән саҡтағы ҡаһарманлығы өсөн “Хәрби хеҙмәте өсөн” миҙалы менән наградланған.
1981 йылдың аҙағында Әсхәт Дамир улы демобилизация тураһында бойороҡ алған. Шулай итеп, ата-әсәһе, туғандары уны иҫән-һау көтөп алыу бәхетен татый. Ут эсенән ҡайтҡан яугир-интернационалист тыныс тормошта ла юғалып ҡалмай: “Ағиҙел” колхозында эшләй, Бәләбәй техникумында уҡый, ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай, 15 йылдан ашыу Аптраҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын да башҡара. Ҡатыны Гөлнур Хәмит ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, өс ул үҫтерәләр. Балалары ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй – юғары белем алып, матур итеп эшләй йөрөй.
Тормош кешене ауырлыҡтар, юғалтыуҙар аша ныҡлыҡҡа һынай, тиҙәр, нәҡ шул мәлдәрҙә уның күңеленең көсө һәм тәрәнлеге асыҡлана.
– Һуғышты хәтерҙән алып ҡына ташларға ине, тик бөтә булғандар күҙ алдында тора, китмәй. Ниңә икәнен аңламайым. Онотолһа, әлбиттә, яҡшы булыр ине. Үҙемә ҡалһа, һәр егет тыуған ил алдында бурысын ғәмәлгә ашырып, хеҙмәт итергә, Ватанын һаҡларға тейеш, тип иҫәпләйем. Ғаилә, туғандар һәйбәт йәшәһен, иң мөһиме – һуғыш булмаһын. Илде һаҡларға кәрәк, уның сиге ныҡлы ҡалҡан һәм йоҙаҡ аҫтында булырға тейеш, – ти Әсхәт Дамир улы.
Эйе, кемгәлер инде тарихҡа әйләнгән ваҡиғаға бөгөнгө күҙлектән ҡарау, баһалау еңелдер ҙә. Әммә ул саҡта Афған ерендә хеҙмәт иткән яугирҙәр хәрби бурыс һәм кешелеклелек, туғанлыҡ һәм мөхәббәт, дуҫлыҡ хаҡының баһаһын яҡшы аңлай, сөнки тормош үҙе уларҙы ошо ҡағиҙә буйынса йәшәргә өйрәткән. Шуғалыр ҙа яугир-интернационалистар араһында туғанлыҡ хисе көслө. “Дуҫлыҡ яуҙа һынала”, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.