Йәмғиәт
16 Февраль 2021, 17:00

Беҙҙең ғалимдар тәжрибәһе ил кимәлендә өйрәнеләсәк

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһында “Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырыуҙа гражданлыҡ йәмғиәттәре институттарының роле” тигән темаға һөйләшеү ойошторолдо.

“Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырыуҙа гражданлыҡ йәмғиәттәре институттарының роле” тигән киң һөйләшеү Башҡортостан Йәмәғәт палатаһында ойошторолдо.
Тәүҙә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Рәхимов сығыш яһаны. Артабан һүҙ алып, Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Михаил Мишин етәкселектең сәләмен еткерҙе.
"Быйыл Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ойошторола, – тине Михаил Николаевич. – Уны төрлөсә сәйәсәткә борорға маташыусылар бар, әммә быға беҙҙең бер ниндәй ҙә ҡыҫылышыбыҙ юҡ. Әле генә Социаль тикшеренеүҙәр институты ғалимдары менән осраштыҡ. Ошо уҡыу йортоноң ыңғай тәжрибәһе ил кимәлендә өйрәнеләсәк".
Михаил Мишин әйтеүенсә, федераль кимәлдә Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы төҙөлә, уның эшендә Башҡортостан йәмғиәт ойошмалары ла әүҙем ҡатнашыр тип ышаналар.
Автор фотоһы.
Читайте нас