Йәмғиәт
16 Февраль 2021, 17:50

“Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы ҡайҙа ҡуйыла?

Өфөлә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһын ҡуйыу урынын билдәләү буйынса онлайн-тауыш биреү тамамланды.

16 февралдә Өфөлә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” махсус проектының ойоштороу комитеты ултырышы һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк сәйәси совет Президиумының киңәйтелгән ултырышы булды. Унда Президиум ағзалары, төрлө кимәлдәге депутаттар, партия проекттары координаторҙары ҡатнашты, онлайн-тапшырыуға партияның бөтә урындағы бүлексәләре ҡушылды.
Ошо рәүешле Өфөлә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһын ҡуйыу урынын билдәләү буйынса онлайн-тауыш биреү тамамланды. Уның һөҙөмтәһен баш ҡала мэры Сергей Греков хәбәр итте.
“Интрига тауыш биреүҙең аҙағына тиклем һаҡлана килде. Халыҡтың фекере икегә бүленде”, – тине Сергей Греков.
Стеланы ике ергә ҡуйырға тәҡдим иттеләр: тәүгеһе – Еңеү паркы ҡаршыһында Беренсе Май урамындағы аллеяла, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә паркка ингән ерҙәге майҙансыҡта. Фекер алышыуҙа теләге булған һәр кеше ҡатнашты. Тауыш биреү “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә барҙы.
Башҡортостандан унда 17 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Һөҙөмтәлә ҙур булмаған айырма менән тәүге вариант еңде: тауыш биргәндәрҙең 66,4 проценты стеланы Черниковка биҫтәһенә ҡуйырға кәрәк тип тапты.
“Әле федераль кимәлдә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исеменә лайыҡ булған 20 ҡаланың бөтәһендә лә бер төрлө стела ҡуйыу мәсьәләһе ҡарала”, – тине Өфө мэры.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров республика халҡына сарала үҙем ҡатнашҡан һәм ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостандың баш ҡалаһы “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булғандар исемлегенә ингәйне. Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү барышында республиканан бер миллиондан ашыу кеше Өфөгә ошондай юғары статус биреүҙе хуплап ҡултамғаһын ҡуйҙы.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас