Халыҡ фронты Рәсәй Президенты, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты лидеры Владимир Путиндың декабрҙәге матбуғат конференцияһына килгән мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеүҙең беренсе һөҙөмтәләренә һығымта яһаны.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты башҡарма комитеты Михаил Кузнецовтың хәбәр итеүенсә, тура бәйләнешкә граждандарҙан барлығы 344 мең мөрәжәғәт килгән. Уларҙың 25 меңе буйынса ҡарарҙар ҡабул ителгән. Ә ҡалғандарына яуап яҡын айҙарҙа буласаҡ.
“Барлыҡ мөрәжәғәттәр шул ваҡытта уҡ эшкә алынды. Билдәләге килгән айырым категорияларҙан – улар 52 мең – социаль ярҙам һәм кешеләргә тормоштағы ауыр минуттарында ярҙам итеү буйынса. 28 мең мөрәжәғәт алданған өлөшсөләр менән бәйле, ә 16 меңе медицина ярҙамы күрһәтеү тураһында. 1,5 мең мөрәжәғәттең Тольятти ҡалаһында һауаның бысраныуы менән бәйле булыуы сәбәпле, хәҙер экологтар ошо хәлде асыҡлай. Владимир Путинға, ялыуҙарҙан тыш, рәхмәт һүҙҙәре лә яҙылған. Бындай 1,5 мөрәжәғәт килгән.
Михаил Кузнецовтың әйтеүенсә, власть органдары килгән мөрәжәғәттәрҙе тиҙ арала ҡарай.
Башҡортостандан Президенттың матбуғат конференцияһына туғыҙ мең мөрәжәғәт булған. Мәҫәлән, Өфө районының Йоматау ауылынан мәктәптәге туҡланыуға зарланып яҙғандар. “Дәүләт мәктәп туҡланыуы өсөн күп аҡса бүлгән хәлдә лә, балалар ас ҡала, бындай хәл булырға тейеш түгел. Был мәктәптә туҡланыу менән бәйле ике аҙналыҡ мониторинг эшләнек, ата-әсәләр, туҡланыу операторы һәм балалар менән һөйләштек, мәктәп ашханаһында тәҡдим ителгән блюдоларҙы ашап ҡараныҡ. Ата-әсәләр ойошмаһы вәкилдәре лә Өфө балалар туҡланыуы комбинатын барып ҡараны, уҡыусылар өсөн аҙыҡтың нисек әҙерләнеүен күрҙе, белгестәр менән һөйләште. Хәҙер улар бер-береһен белә. Был иһә конструктив хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итә, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлы ҡыҫҡара”, – тине Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин.
Фото: Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты.