Йәмғиәт
17 Февраль 2021, 17:54

Хеҙмәт кенәгәһендә тик бер генә яҙыу

Балаҡатай ҡыҙы һайлаған һөнәренә утыҙ йылға яҡын тоғро.

Ата-әсәһе яратып ҡушҡан Ғәлиәбаныу исемен тәүҙәрәк яратмаған ҡыҙ, мәктәпкә уҡырға төшкәс, әҙәбиәткә һәм сәнғәткә ғашиҡ була, китаптар донъяһына сума, бәләкәйҙән йыр-бейеүҙе үҙ итә, төрлө концерттарҙа ҡатнаша. Бигерәк тә әхирәттәре менән “мәктәп” уйнарға ярата: күрше-күлән ҡыҙҙарын теҙеп ултыртып, үҙе уҡытыусы булып, уларға һабаҡтар бирә. Мәктәп китапханаһында ғына түгел, хатта ауылдыҡында ла ул уҡымаған бер генә китап ҡалмай. Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәренән башҡа, рус һәм сит ил классик әҙәбиәтен яратып уҡый.
Ғәлиәбаныу Сабирова Билән урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына документтарын тапшыра. Ата-әсәһе һәр эшкә зирәк, сос ҡыҙының алдағы тормошон сауҙа өлкәһе менән бәйләүен теләһә лә, киләсәктә үҙен тик уҡытыусы итеп күрергә тырышҡан ҡыҙ үҙ фекерендә ныҡлы тора. Студент йылдарында белем алыу Ғәлиәбаныуға еңел бирелә: бында ла ул һынатмай, яҡшы уҡый, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
Башҡорт дәүләт университетын 1994 йылда уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алғас та туған мәктәбенә эшкә ҡайта. Шул ваҡыттан алып бөгөнгө көнгә тиклем Билән ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресенән белем бирә. Нурлы йөҙө, яғымлы тауышы менән уҡыусыларҙың күңелен иретер көскә эйә педагогтың хеҙмәт кенәгәһендә – тик бер генә яҙыу.
Бала саҡтан уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ булған Ғәлиәбаныу Абдулла ҡыҙының һәр дәресе ижади эҙләнеү, төплө белем биреү менән айырылып тора. Талапсан, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусыны балалар ҙа үҙ итә, дәрестәрен көтөп ала. Юғары категориялы, “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” исеменә эйә булған уҡытыусы бигерәк тә уҡыусыларының ижади эҙләнеүҙәренә ҙур иғтибар бирә. Ул йәш ҡәләм тибрәтеүселәр менән даими рәүештә эш алып бара, түңәрәккә йөрөүселәргә махсус программа булдырған. Бында шөғөлләнеүсе ҡыҙ һәм малайҙарҙың тәүге ижад емештәре әленән-әле район, республика гәзит-журналдарында баҫыла. Шулай уҡ уҡыусылары төрлө район, республика олимпиадаларында еңеү яулай. Шуныһы ҡыуаныслы: тәжрибәле уҡытыусыларының юлын дауам итеп төрлө йылдарҙа 12 уҡыусыһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡый. Улар араһында зәңгәр экрандар аша бөтәбеҙгә таныш журналист Фәрхәт Ғәйнетдинов та бар.
Ғәлиәбаныу Сабирова шулай уҡ үҙе белем биргән мәктәптә һәләтле балалар менән эшләү буйынса куратор йөгөн дә тарта. 2019 йылдың 10-12 апрелендә үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы делегаты булыу бәхетенә ирешә, район ҡоролтай эшендә әүҙем ҡатнаша. Рус мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләү еңелдән түгел, әммә рухлы уҡытыусының һәр дәресен уҡыусылары көтөп ала икән, тимәк, ул үҙ фәненә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята алған. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса, модалы уҡытыуҙың бар юлдарын эҙләгән, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған Ғәлиәбаныу Абдулла ҡыҙы үҙ дәрестәрендә быуындар бәйләнешенә хыянат итмәй, күсәгилеште йәш быуынға бар тулылығында алып барып еткереү өсөн тырышлығын һала.
Тамырҙарға тоғролоҡ һаҡлана


Балаҡатай районы – элек-электән башҡорттар күпләп йәшәгән төбәк. Тап ошо төбәктә киң таралған тамбурлап-элмәләп ҡайый белгән ҡул оҫталары йәшәгән. Төньяҡ-көнсығыш райондарҙа йәшәгән ҡатай, балаҡатай, дыуан, әйле, ҡошсо, терһәк, танып, көҙәй һәм шайтан-көҙәй ырыуҙарының милли башҡорт кейеме элмә-тамбур ҡайыуы менән биҙәлеүе хаҡында рус ғалимдары XIX-XX быуаттарҙа уҡ яҙа. Мәҫәлән, С.В. Руденко башҡорт ҡатындары кейемендә – күлдәк-ҡалпаҡтар, таҫтар-яулыҡтар – үлән-үҫемлек үрмәләре һәм ырыу тамғалары сигелеүен билдәләй, ә башҡорт этнографтары Светлана Шитова, Альмира Янбухтина, Елена Нечвалода башҡорт ҡайыу-сигеү һәм нағыш оҫталығын тикшерә, 1960–1970 йылдарҙа бер нисә фәнни экспедиция үткәрә, монографиялар һәм каталогтар ижад итә. Бөгөн дә ҡайыу-тамбур биҙәктәре төшөрөлгән ҡайыулы күлдәк, алъяпҡыс, ҡалпаҡ, эскәтер, тәҙрә ҡормалары, киндерҙән һуғылған мейес таҫтамалдары, ашъяулыҡтары һәм башҡа ҡул эштәре үҙҙәренә өлгө итеп һаҡлана. Балаҡатай ҡыҙы Ғәлиәбаныу Абдулла ҡыҙы үҙенең дәрестәрендә төбәгенә хас булған боронғо шөғөл-кәсептәрҙе, ҡул эштәрен йәш быуынға өйрәтә, үҙе лә тамбурлы сигеү менән шөғөлләнә. Мәктәп йылдарынан алып бөгөнгө көнгә тиклем ауылда, районда үткән төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, бейей, йырлай, кәрәк икән, нәфис һүҙ оҫтаһы ла ул. Билән ауыл мәҙәниәт йортонда “Тамбур” халыҡ клубы оҫталары менән дә хеҙмәттәшлек итә, Ҡатай ырыуы йыйында әүҙем ҡатнаша, унда үҙ уҡыусыларын әҙерләй, шәжәрәләр төҙөүҙә, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына үҙ асылына ҡайтырға, тарихтарын байҡарға һәм киләсәктә үҙ юлын табырға ярҙам итә.
Үҙ еренең ысын патриоты булараҡ, Билән ҡыҙын бигерәк тә тыуған районы Балаҡатайҙың русса рәсми документтарҙа “Белокатай” тип йөрөтөлөүе борсой. Был хаҡта матбуғат биттәрендә лә яҙыла, әммә әле булһа боҙ урынынан ҡуҙғалмай. Ҡатайҙар Бала һәм Оло Ҡатайға бүленгән. Ҡыҫым арҡаһында уларҙың ҙур төркөмө хәҙерге Силәбе һәм Ҡорған ерҙәренә барып тамыр йәйгән. Әммә диалекттарын һаҡлап ҡалған: улар әле лә “эштәйбеҙ”, “осто тау” тип һөйләшә. Шулай уҡ күп кенә башҡорт ауылдарының исемдәре, ер-һыу атамалары аҡрынлап руссалаштырып әйтелеп, үҙгәртелеүгә табан барыуына ла йөрәге әрней әңгәмәсемдең. Был тәңгәлдә лә уҡыусылары менән маҡсатлы эш алып бара.
– Балаҡатай башҡорттарына ғына хас булған милли йолалар, ҡул эштәре оҫталары, кәсеп-шөғөлдәрҙе, балалар уйындарын, район, ауыл тарихтарын уҡыусыларға еткереү, уларҙың күңелендә тыуған яғына ҡарата һөйөү тәрбиәләү, ата-бабаларының тарихын белеү, өйрәнеү, халыҡ йолаларын тергеҙеү маҡсатында эш алып барабыҙ. Тамырҙарға тоғролоҡ бала саҡтан ғаиләлә һалына икән, тимәк, ул кеше киләсәктә үҙ еренә, милләтенә, халҡына тоғро ҡала тигән һүҙ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, һәр дәресемдә йәш быуынға илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләргә тырышам, башҡорт теленең нескәлектәрен өйрәтәм, халҡымдың бай мираҫын улар күңеленә һеңдерәм. Үҙ эшемде яратып башҡарам, – ти тәжрибәле уҡытыусы.
Ғәиләһендә лә бәхетле ул: ире Рәмил менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡатынының һәр башланғысын хуплап, уға бар яҡлап ярҙам итергә ашҡынып тора тормош иптәше. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сабировтарға бала ҡайғыһын кисерергә тура килгән: өлкән ҡыҙҙары Айгөл 2019 йылда вафат булған, уның ҡыҙы Заринаны үҙҙәренә тәрбиәгә алалар. Улдары Байрас армия сафында хәрби бурысын үтәһә, Камила унынсы класта белем ала. Уларҙың шәхси ярҙамсы хужалығы ла ҙур ғына – күпләп эре һәм ваҡ мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, яҙҙан алып көҙгә тиклем емеш-еләк, йәшелсә баҡсаһында ла эш күп.
Кеше үҙ бәхетен үҙ ҡулы менән булдыра, тиҙәр. Балаҡатай ҡыҙы Ғәлиәбаныу Сабирова ла үҙенең бәхетле тормошон үҙенсә ҡорған: уны яратҡан эше, ҡәҙерле ғаиләһе, күңеле теләгән шөғөлдәре менән байытҡан.


Балаҡатай районы.
Читайте нас