Быйыл 1 марттан “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы төбәктең муниципалитеты менән килешеү нигеҙендә ҡала маршруттарында йәмәғәт транспортында йөрөү өсөн яңы тарифтар билдәләй.
Шулай итеп, ошо көндән алып ҡулаҡса йәки банк картаһы менән түләгәндәр өсөн йөрөү хаҡы - 29 һум, “АЛҒА” транспорт картаһы менән түләһәң, 23 һум тәшкил итәсәк.
Предприятиела белдереүҙәренсә, льготниктар өсөн берҙәм социаль йөрөү билеты хаҡы шул килеш ҡала – 600 һум.
“Башавтотранс”та әйтеүҙәренсә, һуңғы йылдарҙа энергия ресурстары һәм яғыулыҡ өсөн хаҡтар күҙгә күренеп артты. Мәҫәлән, дизель яғыулыҡ өсөн һуңғы биш йылда 40 процентҡа йәки литрына 17 һумға артҡан. Шул уҡ ваҡытта предприятие автобустарында йөрөү хаҡы 2016 йылдан бирле үҙгәрмәгән һәм ҡулаҡса менән түләгәндә 25 һум тәшкил иткән.
"Транспорт картаһы арҡаһында республика кешеләре һәйбәт кенә экономиялай ала. 1 марттан алып уның буйынса түләү 23 һум тәшкил итәсәк, был - һәр йөрөүҙән алты һум экономия. Шулай итеп, транспорт картаһы менән файҙаланыусылар өсөн йөрөү хаҡы 2016 йыл менән сағыштырғанда ла түбәнерәк килеп сыға", – тип аңлаттылар “Башавтотранс” предприятиеһында.
2016 йылда пассажирҙарҙың тик ун проценты ғына транспорт картаһы ярҙамында түләгән. Бөгөн “АЛҒА” менән пассажирҙарҙың 55 проценты файҙалана.
Шуныһын да онотмаҫҡа кәрәк: өфөләр өсөн “АЛҒА” транспорт картаһы “бәхетле сәғәт” менән ҡулланыу мөмкинлеге бирә. Әгәр бер сәғәт эсендә икенсе автобусҡа күсеп ултырһаң, уныһында бушҡа йөрөргә мөмкин. Әлеге көндә 2,2 миллион пассажир транспорт картаһының уңайлылығын баһалап өлгөрҙө лә.
Транспорт картаһын бөтә “Башавтотранс” автобустарында, автовокзалдарҙа һәм касса пункттарында, Һаҡлыҡ банкы, Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә, “Өфө-матбуғат” киосктарында һәм башҡа 2174 пунктта һатып алырға була. Уларҙың адрестары “АЛҒА”ның рәсми сайтында күрһәтелгән.
“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһында белдереүҙәренсә, республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты раҫлаған, иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән тариф күрше төбәктәр кимәлендә ҡала (ҡулаҡса менән түләгәндә). Ә транспорт картаһы менән иҫәпләшкәндә, күпкә түбәнерәк. Мәҫәлән, Һамарҙа йәмәғәт транспортында йөрөү өсөн 32 һум түләргә кәрәк, ә транспорт картаһы менән – 29 һум. Ҡазанда – 30 һәм 27 һум, Екатеринбургта – 28 һәм 26 һум.
Шул уҡ ваҡытта “Башавтотранс”та хәүефһеҙлек тәьмин итеү һәм транспорт хеҙмәттәре сифатын яҡшыртыу буйынса эш алып барыла. Һуңғы ике йыл эсендә генә предприятие паркы 723 яңы автобус менән тулыланды. Уларҙың автобустары бар талаптарға яуап бирә: инвалидтарҙы ташыу, мәғлүмәт таблоларының булыуы, пассажирҙарға туҡталыштар тураһында автомәғлүмәт биреү, салондарҙа “йүгереүсе юлдар” урынлаштырыу, навигация ҡорамалдары (ГЛОНАСС), видеокүҙәтеү системаһы, водителдең хеҙмәт һәм ял режимын контролдә тотоу ҡулайламаһы, шулай уҡ транспорттың экология талаптарына яуап биреүе һәм “Башҡортостан транспорты”ның берҙәм стиле.
“2021 йылда ла автобус паркын яңыртырға һәм матди техник базаны нығытырға планлаштырабыҙ”, – тинеләр предприятиела.