"Халыҡ менән осрашҡанда яңы балалар баҡсаһы йәки мәктәп төҙөүҙе һорағандарын йыш ишетәм, был эште беҙ планлы рәүештә алып барабыҙ”, – тип яҙҙы бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә.
Иглин ҡасабаһында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыуҙары ошо эштең уңышлы барыуын раҫлай. “Йылмайыу” тип аталған был учреждениела 12 төркөм эшләйәсәк, шуларҙың икеһе – ясли йәшендәгеләр, ә берәүһе – үҫеше үҙенсәлекле булған кескәйҙәр өсөн. Бында психолог, логопед кабинеттары, медпункт һәм һүрәт төшөрөү студияһы бар.
“Әлбиттә, бер балалар баҡсаһын төҙөү генә Иглин районындағы сиратты бөтөрмәйәсәк, бында йәшәргә күсенгәндәр бик күп, әлегә ҡасабаның “Йондоҙло” биҫтәһе халҡының проблемаһын хәл иттек, әсәйҙәр декрет отпускыһы бөткәнсе үк эшкә сыға аласаҡ, тимәк, ғаиләләрҙең матди хәле бер аҙға яҡшырасаҡ. Балалар баҡсалары сифатлы итеп төҙөлөргә һәм уларҙа хәүефһеҙ булырға тейешле, был – беҙҙең принцип”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.