Хөрмәтле дуҫтар! 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы, "Башҡортостан" гәзите өр-яңы конкурс иғлан иткәйне, сәмле бәйге тамамланырға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән арҙаҡлы ир-азаматтарыбыҙ “Ватан һаҡсыһы” исеме өсөн көрәшеүен дауам итә, үҙ сиратында, һеҙҙе көслө заттар менән яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ.
Старшина Азамат АҘНАБАЕВ Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында 1975 йылдың 29 авгусында тыуған. Егет Башҡорт дәүләт университетында белем эстәгәндә үҙе теләп армияға юлланған. Әлбиттә, һалдат хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, ул юғары уҡыу йортон тамамлаған. Һалдат Аҙнабаев 1996–1998 йылдарҙа Буденовск ҡалаһында (Ставрополь крайы) армияла хеҙмәт иткән йылдарын әле лә һағынып һөйләй.
Азамат Азат улы бөгөн Бәләбәй районының башҡорт гимназия-интернатында уҡытыусы булып эшләй. Ул кәләше Гөлгөнә менән Батыр, Азалия, Рената, Тимур һәм Урал исемле балалар тәрбиәләй. Тормош маҡсаты – һәр көнгә һөйөнөп йәшәү.
Ефрейтор Илһам БАЙТУРИН арҙаҡлы шәхесебеҙ Зәкәриә Аҡназаров менән бер ауылда – Баймаҡ районының Шүлкә ауылында тыуып үҫеүе менән үҙен бәхетле һанай. Уның тыуған йылы – 1989 йылдың 25 август көнө. Илһам Рәшит улы Сибай ҡалаһында төпләнгән, ғаиләле, кәләше Аида менән Мәликә һәм Айлина исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Егет 2011–2012 йылдарҙа Ставрополь крайының Буденовск ҡалаһында армияла хеҙмәт иткән. Бөгөн Сибай ҡалаһының “МАКС” йәмғиәтендә хеҙмәт күрһәтә. “Тормош маҡсатым – изгелек донъяны ҡотҡарыр”, – ти ул.
сержант Булат БАҺАУЕТДИНОВ 1968 йылдың 25 апрелендә Ишембай районының Байғужа ауылында тыуып үҫкән. Булат Ғүмәр улының эш урыны – Ишембай районының “Сервис+” учреждениеһы. Егеттең армияла хеҙмәт иткән урыны һәм йылдары – Шинданд ҡалаһы (Афғанстан Республикаһы), 1986–1988 йылдар. Ғаиләле – кәләше Тәнзилә менән Әминә исемле ҡыҙ тәрбиәләй. Алға тигән һүҙҙе тормош маҡсаты итеп алған.
сержант Риназ ВӘЛИЕВ Ғафури районының Ҡаран-Йылға ауылынан, шунда уҡ нигеҙ ҡорған һәм шәхси хужалығы иҫәбенә ғүмер кисерә. Риназ Рамаҙан улы 1979 йылдың 18 июнендә донъяға килгән. Егет Чечен Республикаһының баш ҡалаһы Грозныйҙа армияла хеҙмәт иткән. Риназ кәләше Гөлшат менән Алмаз, Азалия һәм Регина исемле балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн ныҡ тырыша. Тиккә генә киләсәк менән йәшәргә кәрәк тигәнде йәшәү девизы итеп алмаған.
Ефрейтор Илшат ВӘЛИТОВ йәшәйешен спорттан тыш күҙ алдына ла килтермәй. Шуға күрә лә спорт – тормош мәғәнәм тигәнде тормош маҡсаты итеп алған. Илшат Рәфҡәт улы 1976 йылдың 19 ноябрендә Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылында тыуған. Юғары белемле, эш урыны – Баймаҡ ҡалаһының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры урынбаҫары. Егет 1994–1996 йылдарҙа Чита ҡалаһында (Байкал аръяғы крайы) һалдат бурысын үтәгән. Илшат Вәлитовтың ғаиләһе ишле, ул кәләше Гөлбикә менән Айгүзәл, Ильяс, Мирйән һәм Рамаҙан исемле балалар тәрбиәләй.
Кесе сержант Рөстәм ҒИЛМЕТДИНОВ – 1989 йылдың 7 февралендә Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән. Үҫмер баш ҡаланың 7-се мәктәбен тамамлағас та, үҙе теләп армияға юлланған. Ул – 2009–2010 йылдарҙа Гвардейский ҡасабаһында (Новосибирск өлкәһе) ил алдындағы бурысын үтәгән. Егет Башҡортостан дәүләт аграр университетын Ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Рөстәм Алмир улының эш урыны – Башҡортостан Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге. Ул кәләше Гүзәлиә менән Арина исемле ҡыҙ үҫтерә. Тормош маҡсаты – берҙәмлектә – көс.
Тыуған ерҙән төшкән ер яҡшы, тибеҙ. Ошо һүҙҙәр нәҡ рядовой Айгиз ЗӘЙНЕТДИНОВҡа төбәп әйтелгән кеүек. Сөнки ул Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуып үҫкән, әммә хәҙер Миәкә районының Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылында йәшәй. Эш урыны – Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер. Айгиз Зәйнетдинов һөйләүенсә, ул 1990 йылдың 14 ғинуарында донъяға килгән, юғары белем алған, 2009–2010 йылдарҙа Мәскәү өлкәһенең Балашиха ҡалаһында “Витязь” махсус тәғәйенләнештәге частә һалдат бурысын үтәгән. Айгиз Ғәлиулла улы һөйгән йәре Роза менән Ислам, Мәҙинә һәм Имран исемле ике малай һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Балалар – йәшәү биҙәге тигәнде тормош девизы итеп алған.