Йәмғиәт
18 Февраль 2021, 11:15

Шығайҙар берҙәмлеге менән алдыра

Ошондай изге ғәмәлдәр ауыл халҡын бергә туплай, кемдең-кем икәнлеген күрһәтә.

Белорет районы Шығай ауылының уңған ир-егеттәре ауыл уртаһынан аҡҡан Олойылға йылғаһындағы күперҙе ремонтлап ҡуйҙы.
Күпер 2006 йылда төҙөлгән, йыл һайын урындағы хакимиәт үҙ көсө менән косметик ремонт эшләп тора. Был юлы иһә етди ремонт талап иткәне асыҡлана – бағаналары серегән, шуға ла ул файҙаланыуға яраҡһыҙ.
Шығайҙар йыйылышта өмә уҙғарырға ҡарар итә. Новобельскиҙан – Илгиз Йомағужин, Хөсәйендән – Ришат Мөхәмәтйәров, Шығай ауылынан Илдар Минһажев һәм Фәнис Хажин төҙөлөш материалдары менән ярҙам итә. Ауыл старостаһы Флюр Мөхәмәтдинов етәкселегендә әүҙемселәр тупланып, бер көндө етди эште атҡарып та ҡуялар.
Бына ошондай изге ғәмәлдәр ауыл халҡын бергә туплай, кемдең-кем икәнлеген күрһәтә.
Әйткәндәй, Шығай ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша, район этабында еңеүгә өлгәшкәндәр. Уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Белорет район хакимиәтенән.
Читайте нас