Йәмғиәт
18 Февраль 2021, 18:30

“Теләктәр шыршыһы” йәнә теләктәрҙе үтәне

Акцияны йомғаҡлау концертында кемдәр тылсым эйәләре ролен башҡарҙы?

“Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһы нигеҙендә йомғаҡлау концерты булды. Унда Башҡортостан балаларының теләктәре үтәлде.
Был юлы тылсым эйәләре ролен “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева башҡарҙы.
Балаларҙың теләген шулай уҡ танылған спортсылар - кикбоксинг һәм һуғыш сәнғәте буйынса 41 тапҡыр донъя чемпионы Вил Ғабдуллин, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, донъя чемпионы Александр Семак, уның хәләл ефете Ольга үтәне.
Индира, Лилиә, Динә Насировалар Ҡыш бабайҙан ҡурсаҡтар һораған. Ҡыҙҙарҙың теләге тормошҡа ашты: Рөстәм Әхмәҙинуров уларға көтөп алған бүләктәрҙе тапшырҙы. Саҡмағош районынан ағалы-ҡустылы Радим һәм Вадим Арыҫлановтар бер тапҡыр ғына булһа ла ысын стадионда футбол уйнарға теләй икән. Римма Үтәшева “Өфө” футбол клубы менән һөйләште. Мартта малайҙар ысын футбол майҙанында көсөн һынаясаҡ.
Вил Ғабдуллин биш йәшлек Ким Хәкимовтың теләген үтәп, уға коньки тапшырҙы.
Мәғлүм булыуынса, “Теләктәр шыршыһы” республикала Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залына ҡуйылғайны. Хаттар 16 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителде. Башҡортостандан акцияның сайтына теләктәр белдерелгән 556 хат килде.
Фото: bashkortostan.er.ru
Читайте нас