Йәмғиәт
19 Февраль 2021, 11:30

Ашығығыҙ, ике генә көн ҡалды!

Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән арҙаҡлы ир-азаматтарыбыҙ “Ватан һаҡсыһы” исеме өсөн көрәшеүен дауам итә, беҙ һеҙҙе көслө заттар менән яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ.

Хөрмәтле дуҫтар! 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы, "Башҡортостан" гәзите 9 февралдә өр-яңы конкурс иғлан иткәйне, сәмле бәйге тамамланырға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ошо арала уға йомғаҡ яһаласаҡ. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән арҙаҡлы ир-азаматтарыбыҙ “Ватан һаҡсыһы” исеме өсөн көрәшеүен дауам итә, үҙ сиратында, һеҙҙе көслө заттар менән яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ.
Старшина Илүс ИСЛАМОВ Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында 1974 йылдың 18 февралендә тыуған. 1992–1993 йылдарҙа Печора ҡалаһында (Коми Республикаһы) армияла хеҙмәт иткән. Илүс Рәмил улы юғары уҡыу йортон тамамлаған, әле Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының “Ғаилә” район-ара үҙәге” йәмғиәтендә етәксе вазифаһында. Ғаиләле – кәләше Рауза менән Эльвина һәм Ализа исемле ҡыҙҙар тәрбиәләй. Тормош маҡсаты – кешеләргә ярҙам итеү.
Сержант Әхсән КҮСӘЕВ тәбиғәт ҡосағына һәр ваҡыт талпынып тора. Әйткәндәй, эш урыны – Учалы районының Туризм, экскурсия һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге. Әхсән Хәсән улы Учалы районының Ҡолош ауылынан, тыуған йылы – 1969 йылдың 14 декабре. Егет 1988–1990 йылдарҙа Әрмәнстан Республикаһының баш ҡалаһы Ереванда һалдат бурысын үтәгән. Кәләше Мәрүәрә менән Батыр, Юлдаш, Заһир, Наҙгөл һәм Әмир исемле балалар тәрбиәләй. “Тарихты онотмайыҡ!” тигән һүҙҙәрҙе йәшәү девизы итеп алған.
Рядовой Рәсүл ҠАЗЫХАНОВ әйтеүенсә, сәләмәт тәндә – сәләмәт рух. Ул 1992 йылдың 29 июлендә Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында тыуып үҫкән. Рәсүл Фәхретдин улы Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә эшләй. Ул 2012–2013 йылдарҙа Дүшәнбе ҡалаһында (Тажикстан Республикаһы) ил алдындағы бурысын үтәгән. Һөйгән йәре Илнара менән Азамат исемле ул тәрбиәләй.
Өлкән сержант Даян МӘЗИТОВ 1980 йылдың 12 мартында Бөрйән районының Яңы Усман ауылында тыуған, хәҙер Өфө районының Шамонин ауылында ғүмер кисерә. Егет Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, 1999–2001 йылдарҙа Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһында армияла хеҙмәт иткән. Даян Тәлғәт улы – “Бәрәкәт” журналында баш мөхәррир. Ғаиләле – кәләше Юлиә менән Вилдан һәм Иҙел исемле улдарға ғүмер бүләк иткән. Йәшәү девизы – Аллаһ Тәғәләгә рәхмәтле булайыҡ!
Матрос Фидан ТҮЛӘБАЕВ Ейәнсура районы хакимиәтенең Йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек начальнигы вазифаһын башҡара, сығышы менән Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылынан, 1990 йылдың 1 декабрендә тыуған. Фидан Фәнзи улы 2013–2014 йылдарҙа Севастополь ҡалаһында (Ҡырым Республикаһы) һалдат бурысын үтәгән. Тормош иптәше Гүзәл менән Сафия һәм Ирхан исемле балалар тәрбиәләй. Хәрәкәттә – бәрәкәт тигәнде тормош девизы итеп алған.
Кесе сержант Марат ҮТӘҒОЛОВ – Өфө егете, 1994 йылдың 20 сентябрендә тыуған. Марат Фәрғәт улының һүҙҙәренә ҡарағанда, йәшәү девизы итеп юҡҡа ғына "көслө – берҙе, белемле меңде йығыр" тигән һүҙҙәрҙе алмаған. Бөгөн ул “Башнефть” йәмғиәтендә эшләй. Егет 2015–2016 йылдарҙа Свердловск өлкәһенең Елань ҡасабаһында армияла хеҙмәт иткән. Кәләше Айгөл менән Рамаҙан исемле ул тәрбиәләй.
Рядовой Илгиз ЯЛМЫРҘИН 1979 йылдың 1 авгусында Әбйәлил районының Салауат ауылында тыуған, әле ошо ауыл мәктәбендә эшләй. Илгиз Юлдан улы 1998–2000 йылдарҙа Нальчик ҡалаһында (Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы) ил алдындағы бурысын үтәгән. Ғаиләле – кәләше Гөлфирә менән Эльвира, Айзилә һәм Сафия исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Тормош девизы: балалар ҡыуанысы – ата-әсәләр шатлығы.
Фото: infodoski.ru.
Читайте нас