Йәмғиәт
19 Февраль 2021, 12:01

“Балаларым башҡорт рухлы булһын, тип тырышам”

Мин – Ләйсән Хәмитова, Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫтем. 1-се башҡорт милли мәктәбен тамамлағас, мәғлүмәт технологиялары колледжында уҡыным, артабан М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетына уҡырға индем. Әлеге көндә иптәшем менән ҡыҙ һәм малай үҫтерәбеҙ. Өфө ҡалаһында йәшәйбеҙ.

Мин – Ләйсән Хәмитова, Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫтем. 1-се башҡорт милли мәктәбен тамамлағас, мәғлүмәт технологиялары колледжында уҡыным, артабан М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетына уҡырға индем. Әлеге көндә иптәшем менән ҡыҙ һәм малай үҫтерәбеҙ. Өфө ҡалаһында йәшәйбеҙ.


Бала саҡтан мине халҡыбыҙҙың тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре ҡыҙыҡһындырҙы. Атайым яғынан тархандар тоҡомонан булыу тарихҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырҙы ғына. Тарихи романдар уҡырға яратам.


Студент саҡта башҡорт йәштәре үткәргән төрлө сараларҙа күп ҡатнаштым. Биш йыл элек, башҡорт филологияһы факультетында уҡығанда уҡ, скрапбукинг менән ҡыҙыҡһына башланым һәм шул ваҡытта башҡорт телендә блокнот эшләргә, тигән уй килде башыма.


Әлбиттә, нисек эшләргә икәнен бөтөнләй белмәй инем, шул сәбәпле иң тәүҙә махсус курс үттем, яйлап InDesign, Photoshop кеүек программаларҙы үҙләштерҙем. Әлеге көндә миңә иптәшем ярҙам итә һәм беҙ башҡортса планерҙар эшләйбеҙ. Башҡорт планерының дизайны хәҙерге заман талаптарына ярашлы, кешенең көнөн файҙалы, уңайлы итеү өсөн эшләнгән. Ғөмүмән, башҡорт планерының иң төп маҡсаты – башҡорт телен һаҡлауға ярҙам итеү һәм уны популярлаштырыу.


Хыялдарыма килгәндә, шәхес булараҡ үҫешергә, ғаиләм менән сәйәхәт итергә, балаларҙы башҡорт рухлы итеп тәрбиәләргә һәм, әлбиттә, халҡыбыҙҙың лайыҡлы ҡыҙы булырға.


Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбән­дәге талап­тарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фото­һүрә­тегеҙ менән бергә үҙегеҙ­ҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫе­үегеҙ, ярат­ҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙа­ныш­тарығыҙ тура­һында хат яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыу­сылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе жюри ағза­лары баһалаясаҡ. Интернет киңлек­тәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинация­һын­да билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙә­йәсәк.
Читайте нас