“Бөгөн тәүге тапҡыр ролл әҙерләп ҡараным. Бик тәмле килеп сыҡты, иң мөһиме – эсендә нимә икәнен беләбеҙ. Ә һеҙ эшләп ҡарағанығыҙ бармы?” – тип яҙҙы ул үҙ сәхифәһендә. Шулай уҡ “Килеп сығырына ышанып та етмәгәйнем, әммә ғаилә кәңәшмәһендә тағы ҡабатларға кәрәк, тип хәл иттек”, “Әлбиттә, япон ризыҡтарын япондарҙың үҙҙәренән башҡа бер кем дә улар кеүек итеп эшләй алмай” тигән комментарийҙар ҙа ҡалдырған.