Нисек мөмкин тиклем күберәк халыҡты айыҡ тормошҡа йәлеп итергә? Иҫке Туймазы ауылындағы “түңәрәк өҫтәл”дә шул проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләнеләр.
Туймазы районындағы был төйәк – “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе. Әлеге саралағы һөйләшеүгә йомғаҡ яһап, Иҫке Туймазы ауылы хакимиәте башлығы Радис Вәлиәхмәтов ҙур һәм системалы эш башҡарылыуын билдәләне.
"Рейдтар уҙғарылды, алкоголгә бәйлелектән ауыл кешеләренә ғәмәли ярҙам күрһәтелде, белем биреү, спорт һәм мәҙәни саралар үткәрелә", – тине ул. Радис Мирхәт улы ауылдың битараф булмаған әүҙемселәренә рәхмәт белдерҙе.
“Айыҡ ауыл” проекты координаторы Юлия Мырҙабулатова тағы бер тапҡыр конкурстың төп ҡағиҙәләренә туҡталды, проекттың төп идеяһы ауыл кешеләрен айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү, уларҙы эскелектән, тәмәке тартыуҙан, наркотиктар ҡулланыуҙан яҡлау булыуын билдәләне. Республика йәмәғәтселек үҙәге дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының бүлек мөдире Эмма Әхмәҙуллина, Республика наркология диспансеры табибы Ромул Йосопов алкоголизмды иҫкәртеү ысулдары, ошондай проблемалы кешеләргә ярҙам итеү юлдары тураһында һөйләне.
"Профилактика ысулдары барыһынан да бигерәк үҫмерҙәр һәм йәштәр мөхитендә йоғонтоло", – тип билдәләне табиптар. Шуныһы ҡыуаныслы: спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан баш тартыу, алкоголь һатыуҙы ваҡытлыса булһа ла сикләү тураһында ҡарарҙар ҡабул иткәндә, ауыл халҡының күпселеге быны яҡлап сыға.
Фото Туймазы районының “Етегән” гәзитенән.