Быйыл Башҡортостанда “Медиайыйын” тип исемләнгән башҡорт телендә донъя күргән киң мәғлүмәт сараларының форумы үткәрелә. Был хаҡтағы Ҡарарға республика Башлығы ҡул ҡуйған.
Форум “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс)” халыҡ-ара ижтимағи берекмәләр союзы тәҡдиме буйынса үткәрелә. Сара Ғафури районында уҙғарылыр, тип планлаштырыла.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова рәйеслегендәге ойоштороу комитетына форумға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса планды эшләргә, раҫларға ҡушылған.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы форум сараларын матбуғатта яҡтыртасаҡ.