Йәмғиәт
19 Февраль 2021, 14:15

Ростислав Мырҙағоловҡа һорауҙарың бармы?

Иртәгә уларҙы биреп ҡалыу мөмкинлеге бар.

Иртәгә, 20 февралдә иртәнге сәғәт 11-ҙә республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов gorobzor.ru мәғлүмәт-яңылыҡтар порталына интервью бирәсәк. Әңгәмәнең трансляцияһын Youtube каналында, Йәмәғәт палатаһының социаль селтәрҙәге рәсми аккаунттарында һәм Ростислав Мырҙағоловтың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ҡарап була. Йәмәғәтселәр һәм теләгән һәр кем үҙ һорауҙарын трансляция чатында онлайн рәүештә бирә аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе 4 февралдә ғинуар митингтарында ҡатнашҡан республика халҡы менән осрашты. Шул осрашыуҙан һуң күптәр мөрәжәғәт итеп, Ростислав Мырҙағоловҡа шәхси һорауҙары булыуын белдерҙе. Шуға күрә тура эфирҙа өҫтәмә һөйләшеү ойошторорға ҡарар ителде. Унда рәйес йәмәғәтселекте ҡыҙыҡһындырған бар һорауҙарға яуап бирәсәк.
Фото: Башинформ.
Читайте нас