Йәмғиәт
20 Февраль 2021, 18:00

"Ауырыу" әбей тураһында тағы ниҙәр билдәле булды?

"Фатирынан сыҡҡан саҡта иң тәүҙә сумкаһын ишек аша ташлай, шунан өйөлгән ҡый, сүп-сар аша үҙе саҡ килеп сыға..."

Кисә Өфөнөң Достоевский урамындағы йортҡа тикшерергә килгән газ хеҙмәткәрҙәренең бер фатирҙа өйөм-өйөм сүп-сар аша плитә эргәһенә лә үтә алмағаны, кешеләрҙең был тәртипһеҙлеккә, бысраҡлыҡҡа ҡәнәғәтһеҙлек белдергәне тураһында яҙғайныҡ.
Күршеләре әйтеүенсә, бында йәшәгән Валентина исемле ҡатынға 80 йәш, уның ҡыҙы барлығын беләләр, тик әсәһе менән ниндәй мөнәсәбәттә икәнен әйтә алмайҙар.
"Ул бында күп йылдар йәшәй инде, берәүгә лә ишеген асмай, - тип һөйләй уның бер күршеһе. - Физик яҡтан һау күренә. Телмәре бәйләнешле, аҡыллы, юридик белемле. Тик бына ҡартая килә ошондай "ауырыуы" барлыҡҡа килгән: ҡыйлыҡтан әйбер ташый. Фатирынан сыҡҡан саҡта иң тәүҙә сумкаһын ишек аша ташлай, шунан өйөлгән ҡый-шаҡыр аша үҙе саҡ килеп сыға".
Оло ҡатындың был яман ғәҙәте тирә-яҡтағыларға күптән уңайһыҙлыҡ тыуҙырған. Иң киҫкен проблема - һаҫыҡ еҫтән бигерәк, бысраҡлыҡтан тараҡандар үрсей, улар икенсе фатирҙарға ла күсә. Подъездағылар әйтеүенсә, ошоғаса әллә нисә тапҡыр санитар хеҙмәт саҡыртҡандар, улар эшкәртеп киткән-китеүен, ә проблема шул көйө ҡала бирә.
19 февралдә әлеге хужабикә арҡаһында тотош бер яҡтың газын өҙгәндәр, һөҙөмтәлә күршеләр ныҡлап ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә башлағас, әбейҙе ҡыҙы килеп алып ҡайтып киткән. Бынан һуң фатирҙағы сүп-сарҙы сығарырға махсус хеҙмәт саҡыртҡандар.
"Әлеге ваҡытта ҡыйҙы ла ташып бөтмәнеләр, ә тыштағы контейнерҙарҙың барыһы ла тулды", - ти Валентина әбейҙең күршеләре.
Ошондай сәйер хәлгә тарытмаҫ өсөн оло кешеләребеҙгә ҡарата иғтибарлы булайыҡ, йәмәғәт! Ҡартлыҡтан, яңғыҙлыҡтан тилереп, нимә ҡылырға белмәй ҡаңғырып йөрөмәһендәр өсөн бер үҙҙәрен ҡалдырмайыҡ.

Фото: tvc.ru
Читайте нас