Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш булды.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Ватанды һаҡлаусылар көнөнөң тотош ил халҡы яратҡан байрам икәнлеге хаҡында әйтте. Әйткәндәй, был байрам сараһына Рәсәй Дәүләт Думаһының Оборона буйынса комитет рәйесе, Рәсәй Геройы, генерал-полковник Владимир Шаманов та килгәйне.
Быйыл да Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләгән ваҡытта ҡаһарманлыҡ күрһәткән ете яҡташыбыҙ Шайморатов орденына лайыҡ булды. Уларҙың икәүһенә – Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән ике яҡташыбыҙға – был награда вафат булғандан һуң бирелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Генерал Шайморатов ордены Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән булдырылғайны. Награда ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарғанда, йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда күрһәткән фиҙакәрлек һәм батырлыҡ өсөн тапшырыла.
Салауат ҡалаһынан СССР Хәрби Көстәре 103-сө гвардия кавалерия дивизияһы Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Суворов полкы 350-се парашют-десант батальонының 1 рота бүлексәһе командиры Александр Петрович Бочкарев Афғанстан Демократик Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә дошмандарҙың ҙур калибрлы пулеметына ташланып вафат булған. Ул үҙенең иптәштәрен ҡотҡарған һәм батальон үҙенең хәрби мәсьәләһен үтәгән. Александр Бочкарев үлгәндән һуң орденға тәҡдим ителгән.
1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы һәм Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ветераны, Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығы Янғын һағы идаралығының Өфө районы Дәүләт янғын күҙәтеүе инспекцияһының элекке начальнигы Михаил Андреянович Ефимовский орденға тәҡдим ителгән. Ул Кронштадт һәм Ленинград ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашҡан. 1953 йылдың 2 февралендә Өфө нефть эшкәртеү заводындағы янғынды һүндерешкән. Белеүебеҙсә, унда 23 янғын һүндереүсенең ғүмере өҙөлгәйне.
Радик Рәйес улы Рәхимҡолов Пакистанда яуҙа хәрби бурысын үтәгәндә вафат булған. Ул үлгәндән һуң орденға тәҡдим ителгән.
Илнур Тәнзил улы Шәйхетдинов – генерал-майор Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнешле 29-сы отряд хәрби хеҙмәткәре. Сержант Илнур Шәйхетдинов бер нисә тапҡыр Төньяҡ Кавказ төбәгендә хәрби мәсьәләләрҙе үтәүҙә ҡатнашҡан.
Башҡортостан Хәрби комиссариаты (Өфө ҡалаһындағы Киров һәм Ленин райондары) хәрби комиссары Юрий Николаевич Алферов 1985 йылдың ноябренән 1987 йылдың декабренә тиклем Афғанстанда Совет ғәскәрҙәре составында хәрби бурысын үтәгән.
Федераль яза үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралғының төбәк-ара уҡыу үҙәгенең өлкән инспекторы Анастасия Александровна Денисова былтыр 4 ноябрҙә янған йортта ҡалған ике бәлиғ булмаған 14 һәм 11 йәшлек балаларҙы ҡотҡарған.
Башҡортостан Эске эштәр министрлығы Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәте ветераны Глеб Федорович Колотов Япония менән хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Хәрби ҡаҙаныштары ордендар һәм миҙалдар менән баһаланған.
“Ватанды һаҡлаусылар көнө – ҡаһарман һәм көслө кешеләр байрамы. Һеҙ – туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың ғына ышаныслы терәге түгел. Һеҙ – Башҡортостандың, Рәсәйҙең көслө терәге. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ һәм хеҙмәт ҡаҙаныштарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Республикабыҙҙа, илдә тормош тыныс, лайыҡлы һәм бәхетле булһын өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ”, – тине байрам сараһында Константин Толкачев.
Байрам айҡанлы матур концерт та ойошторолдо.