Йәмғиәт
20 Февраль 2021, 08:00

Вася дарыулы ла, телефонлы ла булды

Ул атай-әсәйһеҙ үҫкән, өҫтәүенә эпилепсия сиренән яфалана.

Салауат ҡалаһында йәшәгән урам һепереүсе Василийҙың еңел булмаған яҙмышы тураһында күптәр яҡшы белә. Ул атай-әсәйһеҙ үҫкән, өҫтәүенә эпилепсия сиренән яфалана. Уны яҡшы белгән магазин хеҙмәткәрҙәре ”Изгелекле кеше” хәйриә ойошмаһы егеттәренә Василийға юғалтҡан телефонын табышырға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Гаджеттың хаҡы уның айлыҡ эш хаҡына тиң. Урамды таҙартыуҙын тыш, егет буш ваҡытында йөк ташыусы булып та эшләй. Тап гаражға картуф һәм еләк-емеш ташығанда телефонын юғалта ла инде.
“Куртканы сисеп торорға тура килгәйне, шунда төшөрөп ҡалдырғанмындыр, эҙләнем, тик тапманым...” - тип һөйләгән ул “Изгелекле кеше” егеттәренә.
Ә был ауыр хәлгә тарыған кешеләргә ярҙам итеүсе аноним ойошма тураһында салауаттар яҡшы белә. Был юлы ла улар ситтә тороп ҡалмаған, Василийға матди ярҙам күрһәтеү өсөн иҫәп асҡан. Урам һепереүсене күптәр белгәнгә күрә аҡса тиҙ йыйылған. “Изгелекле кеше” Василий тураһында ролик төшөргән, яңы телефон, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек алып биргән. Ҡалған аҡсаны ҡулына тотторған, сөнки уға ҡиммәтле дарыуҙар алыу өсөн кәрәк буласаҡ әле.
Фото:Уфаситиньюс.ру
Читайте нас