Хөрмәтле дуҫтар! 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы, "Башҡортостан" гәзите өр-яңы конкурс иғлан иткәйне. Бөгөн сәмле бәйгенең финиш һыҙығына яҡынлаштыҡ.
Конкурс барышында һеҙҙе көслө заттар менән таныштырып барҙыҡ. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән арҙаҡлы ир-азаматтарыбыҙ (14 кеше) “Ватан һаҡсыһы” исеме өсөн көрәшә.
Кискеһен конкурс һөҙөмтәләре буйынса призлы өс урын билдәләнәсәк, уларҙың һәр береһе тураһында һүрәтләмә әҙерләп баҫтырасаҡбыҙ.