Йәмғиәт
21 Февраль 2021, 14:30

Халыҡ тикшереүҙе талап итә

Йәмәғәт палатаһы, был проблеманы тикшереүҙә “беренсе скрипка” булырға тейеш, сөнки йәмәғәтселек фекере ошо йүнәлештә бик әүҙем.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендәге “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһының үтәлешенә арналған онлайн-конференция уҙғарҙы. Уны Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов асты.
– Беҙ, Йәмәғәт палатаһы, был проблеманы тикшереүҙә “беренсе скрипка” булырға тейешбеҙ, сөнки йәмәғәтселек фекере ошо йүнәлештә бик әүҙем, – тине Ростислав Рәфҡәт улы. – “Инцидент-менеджмент”тан алып, теләһә ниндәй проблеманың рейтингын ҡараһағыҙ ҙа, торлаҡ-коммуналь хужалығының беренсе урында булғанын күрерһегеҙ, тимәк, беҙҙең әлеге маҡсат юҡтан ғына тыумаған. Министрлыҡҡа шым ғына төрлө пландарға ҡул ҡуйып ултырыуы анһатыраҡ, әлбиттә. Тик беҙ артабан былай эшләй алмайбыҙ, сөнки халыҡ бөтә нәмәне уның менән бергә тикшереүҙе талап итә. Әммә бындай фекер алышыуҙар “фейк”ка әйләнергә, Мәскәү алдында отчет биреү өсөн генә ойошторолорға тейеш түгел.
Республика Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһына Идара итеү үҙәге етәксеһе Елена Прочаковская, конференцияны дауам итеп:
– Баштан алып “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты менән Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы шөғөлләнә, – тине, – Әммә Башҡортостанда төҙөкләндереү йүнәлеше Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына ҡарай, тимәк, программаның үтәлеше өсөн ошо ведомство яуаплы.
“Башҡортостан ҡала һәм ауылдарын үҫтереү институты” биләмәләге ниндәй үҙгәрештәргә мохтажлыҡ ҙурыраҡ булыуы тураһында муниципалитеттарҙа методик рәүештә һорау алыу үткәрә. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының Инфраструктура һәм территориаль үҫеш, хәүефһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы буйынса комиссияһы рәйесе, Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институтының үҫеш бүлеге етәксеһе Әлиә Әхмәҙуллина, Республикаға идара итеү үҙәге вәкилдәре Салауат Ғарипов менән Артур Смирнов ирекмәнлек хәрәкәте, төҙөкләндереү һәм ремонтланасаҡ объекттарҙы халыҡ теләге буйынса һайлап алыу, алдағы башҡа күп проекттар тураһында һөйләне.
Фото: БР Йәмәғәт палатаһы сайтынан.
Читайте нас