Йәмғиәт
21 Февраль 2021, 17:30

Урам һепереүсе Юрий – Мәскәүҙә

Максим Галкиндың "Бөгөн кис менән" тапшырыуын ҡарарға онотмағыҙ!

Өфөлә йәшәгән инвалид Юрий Ветулгиндың яҙмышындағы ғәжәп үҙгәрештәрҙе күҙәтмәгән кеше юҡтыр. Уның ғибрәтле тормош юлы, алдаҡсылар арҡаһында бурысҡа батыуы, кешеләрҙең уның бәләһенә битараф булмай ярҙам итеүе - үҙе әҫәргә торошло ваҡиға. Фотограф Роман Филипповтың фотосессияһы урам һепереүсенең яҙмышын ҡырҡа үҙгәртте...
Ошо көндәрҙә ул Роман Филиппов менән Останкино телеүҙәгендә булып, Максим Галкин үткәргән “Бөгөн кис менән” программаһын төшөрөүҙә ҡатнашты. "Бөтәһе лә тапшырыуҙың ҡасан буласағын һораша, әлегә үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ, әйтмәнеләр,” - тип яҙа социаль селтәрҙә Юрий. Тимәк, программаның сығарылышын күҙәтеп барырға кәрәк буласаҡ.
Егет Мәскәүҙә тәүге тапҡыр булған, баш ҡала уға бик оҡшаған.
Фото:Горобзор.ру
Читайте нас