Бында Бөтә донъя һуғыштарында төрлө илдәр армиялары ҡулланған винтовкалар, пистолет, пулеметтар менән танышыу мөмкин булды. Күргәҙмәлә ҡуйылған бай экспонат балаларҙа ғына түгел, үҙҙәре төрлө йылдарҙа әрме хеҙмәтендә булған ир-егеттәрҙә лә, оло йәштәгеләрҙә лә, хатта төрлө ҡоралдар менән оҫта эш иткән ир-уҙамандарҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.