Учалы районының Мулдаҡай ауылы мәктәбе спорт майҙансығында “Ҡышҡы фестиваль – 2021” ярышы уҙғарылды. Ил һаҡсылары көнө сиктәрендә ойошторолған сара мәктәптә оҙаҡ йылдар физкультура дәрестәренән уҡытҡан Рәүилә Исаева иҫтәлегенә арналды.
Ярышта Һөйөндөк, Һөләймән, Кәрим, Көсөк ауылдары, Илсеғол участка дауаханаһы, клубы һәм Мулдаҡай мәктәбе командалары көс һынашты.
Ярыштар саңғыла йөрөү, сәпкә атыу, канат тартышыу, санала шыуыу, волейбол буйынса ойошторолдо.
Спорт һөйөүсе ғаиләләр “Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе” конкурсында көс һынашты.
Көндөң һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, сара бик күңелле һәм файҙалы үтте. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм ағинәйҙәр ҡоро барыһын да ҡайнар сәй менән һыйланы. Урамда йәрминкә лә ойошторолдо.
Һөҙөмтәлә Мулдаҡай ауылының өс командаһы ла призлы урындарҙы яуланы. Әммә байрамда еңелеүсе булманы, барыһы ла яҡшы кәйеф алып таралышты.
Фотолар: Илсеғол мәҙәниәт йорто сайтынан.