Ҡырмыҫҡалы районында “Ватан һаҡсыһы” конкурсының еңеүселәре билдәләнде.
Был сара ваҡытында унда ҡатнашыусылар бер-береңде хөрмәт итеү, ярҙам итеү һәм дуҫлыҡ өҫтөнлөк иткән ғаилә кеүек бергә тупланып, дуҫлашып өлгөргән. Ә финалға, үҙенең ваҡытын һәм көсөн йәлләмәй, үҙ маҡсаты өсөн тырышҡандар барып еткән. Өҫтәүенә, был эштә һәр бала менән уртаҡ тел таба, команданы берләштерә һәм еңеүгә йүнәлтә алған етәксенең роле, һис һүҙһеҙ, баһалап бөткөһөҙ.
Ҡырмыҫҡалы ауылындағы гимназиянан – уҡытыусы Марат Әбүбәкеров, Ҡабаҡ ауылындағы мәктәптән – уҡытыусы Закир Кәримов, С.М. Чугункин исемендәге мәктәптән – уҡытыусы Роберт Пулатов, Иҫке Бабич ауылы мәктәбенән – уҡытыусы Юнир Дилмөхәмәтов, Олокүл мәктәбенән – уҡытыусы Анатолий Федоров, Шәрипҡол ауылы мәктәбенән уҡытыусы Фирүзә Ғирфанова – тап шундайҙарҙан.
Малай ауылында үткәрелгән финал хәрби-илһөйәрлек клубтары ағзаларының күңелендә яҡты ваҡиға булараҡ һаҡланып ҡалыр, моғайын.
Конкурс һынауҙарында быйыл да Ҡырмыҫҡалы ауылындағы Валерий Вахитов исемендәге хәрби-илһөйәрлек клубы еңеү яуланы. Күнекмәләрҙе даими үткәреү, ныҡышмалылыҡ, талапсанлыҡ һәм команда етәксеһенең яуаплы булыуы юғары һөҙөмтәләр яуларға ярҙам итә шул.
Иҫке Бабич ауылынан Радик Талипов исемендәге клуб ҡатнашыусылары иһә икенсе урын яуланы. Ә өсөнсө урын Ҡабаҡ ауылы кадеттарына эләкте.
Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.