Йәмғиәт
23 Февраль 2021, 14:45

Өс быуын ир-ат ярышты

Хәрби-спорт фестивале ысын мәғәнәһендә ғаилә байрамына әйләнде.

Учалы филармонияһының спорт залында “Йәгеҙ әле, егеттәр!” хәрби-спорт фестивале уҙғарылды. Ватан һаҡсылары көнөнә арналған сарала ир-егеттәрҙең өс быуыны – олатайҙар, атайҙар, улдар көс һынашты.
Бишәр ғаиләнән торған ике команда арҡан тартыуҙа, автоматты һүтеп-йыйыуҙа, “Мин - патриот” викторинаһында, спорт эстафетаһында ярышты.
Улдарын, атайҙарын, олатайҙарын, ағайҙарын, ҡустыларын дәртләндерергә ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ҙа күп йыйылды. Шуға күрә фестиваль ысын мәғәнәһендә ғаилә байрамына әйләнде. Бар ҡатнашыусылар ҙа грамоталар, миҙалдар, иҫтәлекле бүләктәр менән дәртләндерелде.
Әлбиттә, ярышта еңелеүсе булманы, барыһы ла яҡшы кәйеф, дәрт-илһам алып таралышты.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас